Форумдың практик өлөшөндә «Инсайт» психологик-педагогик һәм социаль ярҙам үҙәге хеҙмәткәрҙәре, 12-се лицей, 2-се, 3-сө, 18-се мәктәптәрҙең педагог-психологтары, директорҙарҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшселәре сығыш яһаны.
- Форумдың темаһы - «Педагогтың һөнәри оҫталығы нигеҙе – үҙ-үҙеңде үҫтереү». Был сара беҙҙең уҡытыусыларға үҙ-үҙең менән эш итергә өйрәтә. Үҙен төрлө яҡлап үҫтергән педагог ҡына балалар менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡора ала, - тип уртаҡлашты «Инсайт» учреждениеһы директоры Артем Гребнев. – Шулай уҡ был форум педагогтарға психологик һаулыҡты һаҡларға, үҙ шәхесеңде яҡлай белергә өйрәтә. Был да бик мөһим.
«Үҙ тойғоларыңды яйға һала белеү – заман педагогының уңышлығы» секцияһында Артем Андреевич класс етәкселәренә төрлө көтөлмәгән һорауҙар бирҙе. Мәҫәлән, бер һорау шулай яңғырай: «Шул уҡ бер уҡыусы дәрестәргә йыш һуңлаһа, ни эшләйһегеҙ? Был ваҡытта ниндәй тойғо кисерәһегеҙ?». «Фотоға төшөрәм дә әсәһенә ебәрәм», «Әлбиттә, уҡыусыға асыуланасаҡмын», «Был хәлгә өйрәнәм», «Иғтибар итмәйәсәкмен», «Үҙ нервыларыңды һаҡларға кәрәк», «Беҙгә, педагогтарға, асыуланырға ярамай» - шундайыраҡ яуаптар яңғыраны. Артабан Артем Гребнев педагогтарға практик эш бирҙе. Уҡытыусылар «Һеҙҙә кире тойғолар тыуҙырған хәлде иҫкә төшөрөгөҙ», «Ошо хәлдә иҫкә төшөргәндә барлыҡҡа килгән хистәргә исемдәр бирегеҙ», «Ошо тойғоларға яуаплы икәнегеҙҙе аңлайһығыҙмы? Был осраҡта ниндәй нейтраль һәм ыңғай хистәр кисерергә мөмкин булыр ине?» тигән һорауҙарға яҙма яуап бирҙеләр. Шулай итеп, форумда ҡатнашыусылар һәр осраҡты ентекле тикшереп үтте.
2023 йылда Краснодар крайы Туапсе районы «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә квалификация күтәреү курсын үткән башланғыс класс уҡытыусылары, тәрбиә эше һәм балалар йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш буйынса директор урынбаҫарҙары Наталья Рогулина (2-се мәктәп) һәм Екатерина Епифанова (12-се лицей) «Педагогтың шәхси-һөнәри үҫеше» тип исемләнгән секцияла эшләне.
Тәжрибәле педагогтар класс етәкселәренә төрлө уйындар ойошторҙо. Мәҫәлән, «Көнсығыш баҙары» тигән уйынды ҡарап үтәйек. Һәр ҡатнашыусыға ҡағыҙ һәм ручка таратыла. Уҡытыусылар ҡағыҙҙы дүрт киҫәккә бүлергә һәм һәр береһенә үҙенең исем-фамилияһын яҙырға тейеш. Артабан улар ҡумтаға һалына. Уйынсылар унан дүрт ҡағыҙ киҫәге тартып сығара. Уйындың маҡсаты – үҙ исем-фамилияң яҙылған ҡағыҙҙарҙы табырға. Сара барышында, ысынлап та, төркөм көнсығыш баҙары һымаҡ шау-гөр килеп торҙо. Кемдер үҙ исемен ҡысҡырҙы, кемдер сәбәләнеп, тегеләйбылай йүгерҙе, кемдер аптырап ҡарап торҙо... Һөҙөмтәлә, һәр ҡатнашыусы үҙ ҡағыҙ киҫәктәрен тапты.
- «Көнсығыш баҙары»нда һатыулашҡанда ниндәй алымдар ҡулландығыҙ: әүҙем эҙләү, ҡаршы яҡтан тәҡдим көтөү, «агрессив маркетинг», килешеү, партнерҙы алдарға маташыу? – тигән һорау бирҙе алып барыусы Наталья Рогулина.
- Мин бер урында баҫтым да үҙ исемфамилиямды ҡысҡырып тик торҙом. Күрәһең ныҡ ҡысҡырғанмын, ҡағыҙ киҫәктәрен тиҙ табып килтереп бирҙеләр, - тине уйынсыларҙың береһе.
Икенсе ҡатнашыусы, миңә ҡарата манипуляция ҡулландылар, тип көлдө.
- Уйындағы партнер, һинең ҡағыҙ киҫәктәреңде ҡайтарып бирәм, әгәр ҙә минекеләрҙе табып бирһәң, тине, - тип уртаҡлашты уҡытыусыларҙың икенсеһе. Әлбиттә, был шаярыу ҡатыш эшләнгән аҙым.
- Беҙ уйын барышында эмоциональ интеллект күнекмәһен үткәрҙек. Һеҙгә хәлде танып-белергә, уға яраҡлашырға, хис-тойғоларҙы белдерергә, контролдә тоторға, башҡа таныш булмаған кешеләр менән һөйләшеп килешергә тура килде. Бындай тренинг стресҡа ҡаршы торорға, күп проблемаларҙы ситләп үтергә, ҡыйыу ҡарарҙар ҡабул итергә, үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы һөҙөмтәләргә ынтылырға дәртләндерергә ярҙам итә, - тип аңлатты Наталья Николаевна.
Автор фотолары.