Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Октябрь , 20:00

Ҡарайған мәктәбендә уңыш байрамы уҙҙы

“Эш бөткәс, уйнарға ла ярай,” - ти халыҡ мәҡәле. Көҙгө уңышты йыйып алып бөткәс, Ҡарайған мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары өсөн уңыш байрамы гөрләп үтте.

Ҡарайған мәктәбендә уңыш байрамы уҙҙы
Ҡарайған мәктәбендә уңыш байрамы уҙҙы

Көҙ темаһына бәйле төрлө уйындар уйнап, шиғырҙар һөйләп, күңелле йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр башҡарып күңел асты балалар.

Уҡыусыларымдың әсәләре лә буш ҡул менән килмәне: аҡ бойҙай ононан бешерелгән пирогтар, бәлештәр, торттар биҙәне өҫтәлде. Байрам тәмле сәй табыны артында тамамланды.

Автор:Гүзәл ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в