Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Октябрь , 11:00

Ауыл хәбәрҙәре

Үрге Этҡол урта мәктәбендә көҙгө йәрминкә үтте.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Иртәндән алып мәктәп алды шау-гөр килеп, дәртле көйҙәр яңғыраны. Берәүҙәр төрлө тәмлекәстәр бешереп алып килһә, икенселәре һатыуҙа ҡайнатма, компот, емеш-еләк тәҡдим итте. Өҫтәлдәрҙә нимә генә юҡ: тоҙланған бәшмәк, бәлештәр, ҡыҙҙырылған көнбағыш, татлы бал... Уҡыусылар бер-ике сәғәткә үҙҙәрен ысын сауҙагәр итеп тойҙо. Һәр кем үҙ тауарын һатырға, табыш алырға тырышты.

Уҡыусылар өсөн шулай уҡ "Көҙгө муллыҡ" байрамы ла үткәрелде. Зауыҡ менән биҙәлгән зал билдәләнгән ваҡытта балаларҙың шат тауыштарына күмелде. Уҡыусылар тарафынан йәшелсә, сәскәләрҙән эшләнгән төрлө әйберҙәр күҙ яуын алһа, төрлө-төрлө салаттарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо. Байрам аҙағында уҡыусылар уйнап-бейеп күңел асты.

 

Фото: https://vk.com/club152682955

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Этҡол ауылы мәктәбе.
Читайте нас в