Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Октябрь 2023, 13:00

Аҡыллы остаз, һоҡланғыс педагог

Быйылғы йыл Рәсәйҙә “Уҡытыусы һәм остаз йылы” тип иғлан ителде. Шул уңайҙан Көҙән урта мәктәбендә ветеран уҡытыусылар ҡатнашлығында төрлө саралар үткәрелеп торҙо. Остаздарыбыҙ мәктәптә эшләгән йылдары тураһында матур хәтирәләре менән һәр саҡ ихлас уртаҡлаша. Бөгөн һүҙем Көҙән урта мәктәбенең тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, тарих, рәсем дәрестәре уҡытыусыһы Мөхәммәт Хәбибулла улы Ғәлиуллин тураһында.

Аҡыллы остаз, һоҡланғыс педагог
Аҡыллы остаз, һоҡланғыс педагог

Мөхәммәт Хәбибулла улы 1941 йылда Көҙән ауылында ун икенсе бала булып донъяға килә. Ғаиләлә унан алда тыуған ир балалар үлеп торған. Ата-әсәһе уға, оҙон ғүмер теләп, Мөхәммәт тип исем ҡушҡан. Ул таҙа, мыҡты кәүҙәле бала булып үҫеп китә.

Мөхәммәт Ғәлиуллин үҙенең бала сағын иҫкә алғанда, “беҙ-һуғыш осоро балалары” ти. Ул йылдарҙағы башҡа ғаиләләр кеүек үк улар ҙа аслы-туҡлы йәшәй. Оло апалары һуғыш осоронда колхозда тракторист булып эшләй. Атаһы, хеҙмәт армияһына алынып, һуғыш аҙағында ғына ҡайта. Ул оҙаҡ йәшәй алмай, мәрхүм була.

- Яҙын беҙҙе аслыҡтан үләндәр ҡотҡарҙы, - тип һөйләй Мөхәммәт Ғәлиуллин. – Балтырған, кесерткән, ҡаҡы, йыуа ашап иҫән ҡалдыҡ. Колхоз баҫыуында күмелеп ҡалған өшөгән бәрәңгене лә ашаныҡ. Иртән инәй табала ҡоймаҡ итеп бешереп бирә ине. Шул ваҡытта унан да тәмлерәк аш булмағандыр. Үҫеп ҡул араһына кергәс, беҙҙең кеүек балаларҙы колхоз баҫыуына башаҡ йыйырға йөрөттөләр. Ул ваҡытта иген бик ҡәҙерле булды. Бер ус иген урлап тотолған кешеләрҙе, хатта, төрмәгә ябалар ине. Беҙгә туған тейеш Зәйнәп апайҙы эштән ҡайтып килгәнендә колхоз председателе менән район вәкиле туҡтатып, кеҫәләрен тикшергән. Бер устай бойҙайы табылғас, уны ҡулға алалар. Төрмәлә биш йыл ултырып сыға. Шундай ауыр ҙа, аяныслы ла осорҙа үтте беҙҙең бала сағыбыҙ.

Мәхәммәт Хәбибулла улы Көҙән ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. Артабан уҡыуын күрше Маҡар ауылы мәктәбендә дауам итә. Бәләкәйҙән спортты ярата ул. Мәктәптә, районда үткән спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып, һәр саҡ тәүге урындарҙы яулауы менән иптәштәренән айырылып тора. Оҙонлоҡҡа һикереү, йүгереү буйынса уға етеүсе булмай.

Тағы уның яратҡан шөғөлө рәсем төшөрөү була. Бөтә байрам, кисәләргә гәзитте ул биҙәгән.

- Бер ваҡыт мәктәп директоры Фуат ағай Йомағужин миңә ҙур эш йөкмәтте, - тип иҫкә ала уҡыған йылдарын ветеран уҡытыусы. - Мәктәп планының, тәжрибә участкаһының һыҙмаларын ҙур ватман ҡағыҙына ҡара тушь менән эшләргә кәрәк ине. Был яуаплы эште миңә тапшырҙылар. Эште үтәп, директорға күрһәткәс, ул бик оҡшатты. Мине мәктәп линейкаһында строй алдына сығарып, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бынан һуң да һыҙма-чертеждар эшләү, номер һуғыу кеүек яуаплы эштәрҙе һәр ваҡыт миңә ышанып тапшырҙылар. Маҡар мәктәбендә уҡығанда ай һайын “Йәш әҙәбиәтсе” тигән әҙәби гәзит сығара торғайныҡ. Гәзиттең редакторы Әнисә Таһирова, ә мин уның рәссамы инем. Һуңынан Әнисә билдәле яҙыусы булып китте. 

Һәр йәш егет көслө булырға хыяллана. Мөхәммәт Хәбибулла улы ла шул хыял менән янып йәшәй. Ун һигеҙ йәше тулғас, уны армия сафына алалар. Ырымбур ҡалаһында бер йыл артиллерия разведка мәктәбендә уҡый һәм топограф-геодезист һөнәрен үҙләштерә. Армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, бер аҙ клубта эшләй, артабан мәктәпкә эшкә килә.

- 1967-1968 уҡыу йылында Көҙән һигеҙ йыллыҡ мәктәбе урта мәктәпкә әйләнде. Мин шул йылда физкультура уҡытыусыһы булып килдем. Эшемде ныҡ оҡшаттым, сөнки балаларҙы бик яраттым. Еңел атлетика, саңғы, футбол ярыштарында мәктәп командаһы беренселекте бирмәне. Беҙҙә көслө спортсылар күп ине, - ти ул. - 1980 йылдарҙа урта мәктәптәрҙә “Башланғыс хәрби әҙерлек”, йәғни НВП дәрестәре индерелде. НВП дәрестәрен үткәреү өсөн бик күп эштәр башҡарырға тура килде: уҡыу кабинетын йыһазландырыу, ҡорал бүлмәһенә автоном сигнализация урынлаштырыу, стройҙа йөрөү майҙансығын төҙөү, бәләкәй калибирлы винтовканан атыу тирын булдырыу. Ошо эштәр буйынса смотр-конкурс ойошторолдо. Был конкурста район-ҡала мәктәптәре ҡатнашты һәм беҙҙең белем биреү учреждениеһы өсөнсө урын алып, диплом менән бүләкләнде. Балалар менән эшләгәндә үҙем өлгө булырға тырыштым. “Эшлә, минең кеүек эшлә!” принцибы менән эш иттем. Районда үткәрелгән ярыштарҙа уҡыусыларым ғына түгел, үҙем дә әүҙем ҡатнаштым.

НВП дәрестәренән тыш, бик күп хәрби сараларҙа, уйындарҙа, мәҫәлән “Йәгеҙ әле, егеттәр!”, “Зарница”, автоматты һүтепйыйыу кеүек ярыштарҙа балалар ҙур теләк менән ҡатнашып, призлы урындар яуланы.

Уҡыусыларға илһөйәрлек тәрбиә биреүҙең һөҙөмтәләре булып сығарылыш класс уҡыусыларының хәрби училищеларға уҡырға инеүҙәре, уҡыу йорттарын уңышлы тамамлап, хәрби офицер булып китеүҙәре тора. Мәҫәлән, Фәрит Миһранов, Фәнүр Миһранов, Радик Йәрмөхәмәтов, Илдус Шәйәхмәтов һәм башҡалар. Бөгөнгө көндә лә ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән офицерҙар бар. Ә мәктәптә уның эшен, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен уҡыусыһы өлкән лейтенант Юлдаш Нурғәли улы Зарипов дауам итә.

Мәктәптә “Башланғыс хәрби әҙерлек” буйынса 17 йыл эшләү дәүерендә Мәхәммәт Хәбибулла улына “капитан” званиеһы бирелә. Ул тәрбиәләгән егеттәр ил алдындағы хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтып, илебеҙҙең кәрәкле кешеләре булып китәләр. Башланғыс хәрби әҙерлектең мөһимлеген аңлап, улар ветеран уҡытыусыға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр. Мөхәммәт Ғәлиуллин тарих фәне буйынса юғары уҡыу йортон тамамлай. Был фәнде тәрәндән белгән уҡытыусы дәрестәрен һәр ваҡыт мауыҡтырғыс итеп үткәрә, уҡыусыларҙа ошо фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Башҡортостан тәбиғәтенә һоҡланыу, уның тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҡыусыларҙы йыш ҡына туристик походтарға, экскурсияларға йөрөтә.

Мөхәммәт Хәбибулла улы тәүәккәл, тырыш, үҙ эшен еренә еткереп үтәй торған намыҫлы уҡытыусы булып таныла. Коллегаларына оло ярҙамсы була. Кабинеттарҙы биҙәү, һүрәт төшөрөү, матур итеп яҙыу кеүек эштәрҙә хеҙмәткәрҙәренә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа.

Яҡташыбыҙҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ул - Рәсәй Федерацияһы мәғариф отличнигы, район-ҡала мәғариф бүлеге тарафынан бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталар менән бүләкләнгән уҡытыусы. Бөгөнгө көндә лә Мөхәммәт Хәбибулла улы мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә. Ветеран уҡытыусы тураһында яҙмамды үҙе ижад иткән шиғыр юлдары менән тамамлайым.

Беҙ “һуғыш балаларына”
Һикһәнешәр йәш тулды.
Быуатҡа яҡын булһа ла,
Бик тиҙ үткәндәй булды.
Бала сағыбыҙ ҙа булды,
Йәшлегебеҙ ҙә уҙҙы.
Ҡартлығыбыҙҙы иҫкәртеп,
Сәсебеҙгә сал ҡунды.
Һикһәндәре тулғандар,
Бер яҙмыштан булғандар,
Һуғыш ғазаптарын үтеп,
Тыныс тормош ҡорғандар.
Уларҙың бар теләктәре:
“Донъялар имен булһын,
Йәш быуын һуғыш күрмәһен,
Тормош бәхеткә тулһын!”

Аҡыллы остаз, һоҡланғыс педагог
Аҡыллы остаз, һоҡланғыс педагог
Автор:Менәүәрә ЗАРИПОВА, Көҙән урта мәктәбенең башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы.
Читайте нас: