Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Октябрь , 14:00

Ауыл хәбәрҙәре

Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Һәр уҡытыусы маҡтауға лайыҡ” тигән кисә үтте.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Кисәгә Түбәнге Әрмет урта мәтәбендә оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусылар: Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әбсәләмова Гөлшат Ғаззалый ҡыҙы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байбулдина Наилә Минебай ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Моратшина Фәниә Рәхмәтулла ҡыҙы, биология һәм химия уҡытыусыһы Узбәкова Рабиға Әнүрбәк ҡыҙы, оҙаҡ йылдар Үрге Әрмет башланғыс мәктәбен етәкләгән башланғыс кластар уҡытыусыһы Латыпов Флүзә Мортаза ҡыҙы саҡырылғайны.

Алып барыусы ҡыҫҡаса һәр уҡытыусының биографияһы менән таныштырҙы. Беҙҙең остаздарыбыҙ ихлас күңелдән хәтирәләре менән бүлеште, һорауҙарға яуап бирҙе, уйындарҙа ҡатнашты.

Матур сара һыйға бай өҫтәл артында иҫтәлектәргә бирелә-бирелә тәмле итеп сәй эсеү менән тамамланды.

 

Фото: https://vk.com/club137824085

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас в