Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Октябрь , 12:00

Йәштәр илһөйәр рухта тәрбиәләнә

11 октябрь - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө. Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра.

Йәштәр илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Йәштәр илһөйәр рухта тәрбиәләнә

6-10 октябрҙә Ишембай һөнәрселек колледжында Башҡортостан мәҙәниәте аҙналығы үтте. Студенттар араһында башҡорт теленән олимпиада, һүрәт төшөрөү конкурсы ойошторолдо. Шулай уҡ, һәр йылдағыса, беренсе курс студенттары милли аштар күргәҙмәһен әҙерләне: һәр бер төркөм үҙ өҫтәлен ҡорҙо. Улар милли аштар төрлөлөгөнән һығылып торҙо.

Аҙналыҡ сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнап байрам концерты ойошторолдо. Венера Набиуллина һәм Анна Тарасова етәкселегендә беренсе курс студенттары бик матур сара ойошторҙо. Килгән ҡунағыбыҙ - 19-сы мәктәптең 2-се класс уҡыусыһы Ирәндек Ғәйнуллин башҡарыуында "Рәсәй алға!" йыры бөгөнгө көндә бик әһәмиәтле булып, уҡыусыларҙа илһөйәрлек рухын күтәреп ебәрҙе. Ябыҡ типтағы махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеһы уҡыусыларының "Ҡурай" бейеүе байрамға рухи төҫ индерҙе, күңелдәрҙе елкендерҙе. Заманса йүнәлешле "Dance way", "Рокси" студиялары бейеүселәре байрамға оло мәртәбә өҫтәне.

Егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың киләсәге ышаныслы булһын өсөн ошондай әһәмиәтле, рухи саралар беҙҙең тормошобоҙҙа бик кәрәк!

Йәштәр илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Йәштәр илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Йәштәр илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Йәштәр илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Йәштәр илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Йәштәр илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Йәштәр илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Автор:Венера НӘБИУЛЛИНА, Анна ТАРАСОВА.
Читайте нас в