Мәғариф
11 Октября 2023, 17:00

Уҡыусылар йәрминкәлә ҡатнашты

Уразбай ауылының башланғыс кластар мәктәбендә Республика көнө уңайынан йәрминкә уҙҙы. Унда 1-4 класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡыусылар йәрминкәлә ҡатнаштыУҡыусылар йәрминкәлә ҡатнашты
Уҡыусылар йәрминкәлә ҡатнашты

Ҡыҙҙар-малайҙар класс етәкселәре Айһылыу Зинур ҡыҙы Бибакова ярҙамында үҙҙәренең һатыу итеү урындарын үҙенсәлекле итеп биҙәгәйне.

Йәрминкә ысын уңыш байрамына әүерелде. Бында осһоҙ хаҡҡа төрлө һөт тауарҙары, ҡамыр аштары, ҡышҡылыҡҡа тәмлекәстәр һатып алырға мөмкин ине. Балалар үҙҙәрен һатыусы һөнәрендә һынап ҡараны. Ә ауылдаштар барлыҡ тауарҙарҙы шунда уҡ һатып алып та бөттө. Берәү ҙә йәрминкәнән буш ҡул менән ҡайтманы. 

Көҙгө йәрминкә барыһына ла оҡшаны.

 

 

Фото: https://vk.com/club152682955

Уҡыусылар йәрминкәлә ҡатнашты
Уҡыусылар йәрминкәлә ҡатнашты
Уҡыусылар йәрминкәлә ҡатнашты
Уҡыусылар йәрминкәлә ҡатнашты
Автор:Үрге Этҡол ауылы мәктәбе.
Читайте нас