

Мөғәллимә Ҡолғона ауылында тыуып үҫә. Ишембай ҡалаһының 15-се мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес тәүҙә Ишембайҙың 17-се, 16-сы мәктәптәрендә уҡыта. Ә 2021 йылдан алып ул 18-се мәктәптә эшләй.
- Уҡытыусы булыу - бала саҡ хыялым. Мәктәптә уҡығанда башҡорт теле уҡытыусыһы Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханованың дәрестәрен йотлоғоп тыңлай торғайным. Ул миңә уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләне. Кинйәбулат мәктәбендә уҡытҡан өс туған апайым Гөлнар Зәкир ҡыҙы Йосопова ла миңә өлгө булып тора. Уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше тынғыһыҙ эҙләнеүсе, үҙенә талапсан, алдынғы ҡарашлы булырға тейеш, тип уйлайым. Ошо сифаттарға эйә булғанда ғына мөғәллимә кешелек донъяһы туплаған тәжрибәне башҡаларға тапшыра ала. Уҡытыусы булырға теләгән йәштәргә балаларҙы яратыуҙарын, аҡыл, сабырлыҡ, ижади уңыштар теләйем, - ти Эльвира Булат ҡыҙы.
Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, хәҙер дәресте бер китап менән генә үткәреү мөмкин түгел. Уҡытыусыға заман менән бергә атларға, заманса технологиялар менән эш итә белергә кәрәк. Ул уҡыусылар менән бер телдә һөйләшә алырға, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын тойомларға, һиҙергә тейеш. Тап шул ваҡытта ғына уҡыусылар дәрескә ҙур теләк менән киләсәк һәм уҡытыусыны хөрмәт итәсәк. Эльвира Мөхәмәҙуллинаның уҡыусылары төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар алалар.
Ул өйөндә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм әсәй. Тормош иптәше Илнур Шамил улы менән Радмир һәм Аделина исемле балалар тәрбиәләй. Үҙҙәренең көстәре менән Кинйәбулатта күркәм йорт һалып ингәндәр. Өлгөлө уҡытыусы сәскәләр ярата, баҡсала емеш-еләктәр үҫтерә.
Үҙ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡарауы, ярҙамсыл булыуы менән хөрмәт ҡаҙана ул. Киң күңелле, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмай, гел генә яҡшы ниәттә йәшәүсе уҡытыусыға артабан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото ғаилә архивынан.