Мәғариф
8 Октябрь 2023, 11:00

Ҡояштай балҡый “Ҡояшҡай”

Уҙған аҙнала 34-се “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы үҙенең ун йыллығын билдәләне. Сараға саҡырылған ҡунаҡтар һәм педагогик коллектив мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының тәүге йылдарҙағы эшен иҫкә алды.

Ҡояштай балҡый “Ҡояшҡай”Ҡояштай балҡый “Ҡояшҡай”
Ҡояштай балҡый “Ҡояшҡай”

Балалар баҡсаһы 2013 йылда үҙ ишектәрен аса. Күп кенә хеҙмәткәрҙәр унда тәүге көндән алып эшләй. Бөгөнгө көндә балалар баҡсаһында 390 бала тәрбиәләнә.

- Мине балалар баҡсаһы мөдире итеп тәғәйенләгәндә бинаның ҡыйығы ла, тәҙрәләре лә, ишектәре лә юҡ ине. Төҙөлөш барышында күп нәмәләрҙе алмаштырҙыҡ – яҡты һәм сағыу булһын өсөн интерьерҙағы ҡараңғы төҫтәрҙе тулыһынса алып ташланыҡ, стеналарға үҙебеҙ төҫтәр һайланыҡ, кабинеттарҙы биҙәү өсөн төрлө фигуралар эшләнек, - тип һөйләй 34-се балалар баҡсаһы мөдире Ольга Алексеевна Стручалина. – Төҙөлөш барышында хеҙмәткәрҙәр менән бергә кирбес тә ташыныҡ, сүпсар ҙа йыйҙыҡ, стеналарҙы ла таҙарттыҡ. Мин коллективыма ярҙамдары һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн бик рәхмәтлемен.

Тантаналы сараға педагогия коллективы, атаәсәләр комитеты, хаҡлы ялға сыҡҡан пенсионерҙар саҡырылғайны. Балалар баҡсаһының сығарылыш төркөмө, хәҙер инде беренсе класс уҡыусылары, ҡунаҡтарға бейеү менән сығыш яһаны, шиғыр һөйләне, тәрбиәселәргә иҫтәлеккә асылмалар бүләк итте. Артабан Ольга Алексеевна хеҙмәткәрҙәргә юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ул һәр хеҙмәткәрҙең балалар баҡсаһы үҫешенә индергән шәхсән өлөшөн билдәләп үтте.

- Мин бында туғыҙ йыл эшләнем. Төҙөлөш башланып ҡына торған саҡта беҙ тормош иптәшем менән, нимә төҙөйҙәр икән, тип уйланыҡ. Ул шаяртып: “Һин эшкә алыҫҡа йөрөмәҫ өсөн балалар баҡсаһы төҙөләсәк”, - тине. Ысынлап та шулай булып сыҡты. Мин яңы балалар баҡсаһына эшкә инергә ғариза яҙҙым. Шулай итеп, тәүге көндән үк ошонда эш башланым, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Елена Самко.

- Беҙҙең төркөм балалар баҡсаһынан һуң төрлө мәктәптәргә уҡырға китте һәм барлыҡ уҡытыусылар ҙа уларҙың төплө әҙерлектәрен билдәләй. Мин быны бөтә ата-әсәләр исеменән әйтәм – беҙ әле лә берберебеҙ менән аралашып торабыҙ. Тәрбиәселәр беҙҙе берләштерҙе, - ти 34-се балалар баҡсаһының ата-әсәләр комитеты рәйесе Лилиә Байдәүләтова. – Коллектив бик тырыш һәм көслө, шуға ла мин балаларым өсөн тыныс

 

Автор фотолары.

Ҡояштай балҡый “Ҡояшҡай”
Ҡояштай балҡый “Ҡояшҡай”
Автор:Арина Любчикова
Читайте нас