Мәғариф
6 Октябрь 2023, 08:00

Иң мөһиме - уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра белеү

Ҡала мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнөнә арналған күркәм сара үтте.

Иң мөһиме - уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра белеүИң мөһиме - уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра белеү
Иң мөһиме - уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра белеү

Ишембай ҡалаһы һәм районының педагогтар берләшмәһендә 1200-ҙән ашыу кеше иҫәпләнә, уларҙың 16-һы - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, 43-ө - Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, 46-һы - Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Быйыл хеҙмәттәре төрлө кимәлдә билдәләнгән педагогтар һаны артты: уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сарала яңы наградалар һәм исемдәр тапшырылды.

«Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре» исеменә 14-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лариса Басова, балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы педагогы Лилиә Бобровская, 17-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Флүзә Вәлиева, 11-се мәктәптең музыка уҡытыусыһы Светлана Гаврилова, 21-се «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Любовь Дарьюшкина, Биксән мәктәбе директоры Раушания Исмәғилева, 12-се лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Фәхретдинова, 2-се башҡорт гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Шәрипова лайыҡ булды. Шулай уҡ дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының ете педагогы - РФ Мәғариф министрлығының, дүртәүһе - БР Мәғариф һәм фән министрлығының, өсәүһе - БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

- Утыҙ ике йыл хеҙмәт стажым бар, - тип һөйләй 12-се лицей уҡытыусыһы Гүзәл Фәхретдинова. - Минең юл алдан билдәле ине, сөнки әсәйем минең өсөн һәр ваҡыт өлгө булды. Ул Петровск мәктәбендә биологиянан уҡытты. Мин иһә, педагогия институтына уҡырға инергә барғанда, физика-математика һәм башланғыс кластар факультеттары араһында һайландым. Һәм икенсеһендә туҡталдым. Эштә минең өсөн иң мөһиме - балаларҙы яңы, ҡыҙыҡлы нәмәләр менән һөйөндөрә алыу, хайран ҡалдыра белеү һәм был осраҡта уларҙың күҙҙәре янасаҡ, балалар белемгә ынтыласаҡ.

Гүзәл Фәтих ҡыҙы шулай уҡ үҙенең нимә менән мауығыуы тураһында ла әйтеп китте. Улар араһында 15 йылдан ашыу шөғөлләнгән спорт бал бейеүҙәре һәм һаулыҡ өсөн файҙалы булған йәйәүле туризм бар.

Йыл һайын башҡорт теле уҡытыусыларына Ғайса Кәримов исемендәге премия тапшырыла. Быйыл уға 16-сы мәктәп уҡытыусыһы Альбина Хәлисова лайыҡ булды.

- Премияға дәғүә итеүселәр жюри ағзалары ҡарамағына төрлө наградалар, ҡаҙаныштар тураһында тупланған папка ебәрә. Комиссия составында беҙҙең дәрестәргә даими йөрөгән һәм һәр дәғүәсенең һөнәри кимәлен белгән методистар ҙа бар, - ти Альбина Альберт ҡыҙы. - Мин 16 йыл педагог булып эшләйем. Нисек итеп уҡытыусы булырға ҡарар иттем? Юғары кластарҙа һөнәри йүнәлеш буйынса дәрестәр үтте, уларҙың һәр береһендә булдым һәм педагогиканы һайланым, үкенмәнем.

Альбина Хәлисова балаларҙың башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы йылдан-йыл арта барыуын һәм был уны популярлаштырыу, белем биреү процесына интерактив технологиялар индереү менән бәйле булыуын билдәләне.

- Бөгөн ата-әсәләргә һәм балаларға ни өсөн башҡорт телен өйрәнергә кәрәклеген аңлатырға кәрәкмәй, балалар төп һәм өҫтәмә уҡыуҙарға бик теләп йөрөй. Хәҙер уҡытыу күпкә еңелләште, - ти әңгәмәсем.

Биксән мәктәбе директоры Раушания Иҙрисованың хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар - 1991 йылда ул юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң ошо мәктәпкә юллама ала. Бөгөн ул «РФ мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.

- Мин физика һәм математиканан уҡытам, бер юлы мәктәп етәксеһе вазифаһын да башҡарам. Һөнәремде бик яратам. Көн һайын бала саҡ менән осрашам. Элекке сығарылыш уҡыусыларының мәктәпкә килеүе, рәхмәт әйтеүе, онотмауы бик ҡыуаныслы. Ә мине үҙ ваҡытында уҡытыусыларым - Ләлә Нәжип ҡыҙы һәм Рәжәп Хәсән улы Ишҡоловтар илһамландырҙы, улар мин уҡыған Этҡол мәктәбендә белем бирҙе, - тип һөйләне Раушания Иҙрисова.

Муниципаль район башлығы Азат Ишемғолов, мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Исмәғилев, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Николай Шишков дөйөм, өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреү системаһы хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотланы. Педагогик хеҙмәт ветерандары ла иғтибарһыҙ ҡалманы - балалар уларға үҙ ҡулдары менән эшләнгән асылмалар тапшырҙы.


Автор фотолары.

Иң мөһиме - уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра белеү
Иң мөһиме - уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра белеү
Иң мөһиме - уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра белеү
Иң мөһиме - уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра белеү
Иң мөһиме - уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра белеү
Иң мөһиме - уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра белеү
Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас