

2023 йылдың Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителеүе уҡытыусы алдына оло яуаплылыҡ өҫтәй һәм бөгөнгө көндә лә был һөнәрҙең бөйөк булыуын иҫбатлай. Был ҡарар – уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйыу менән бер рәттән, ул башҡарған эштең әһәмиәтен аңлау һәм баһалау ҙа ул.
30 сентябрь көндө Биксән урта мәктәбендә УҠытыусы һәм остаз йылына арналған матур сара үтте. Осрашыуға Биксән мәктәбен төрлө уҡыу йылдарында тамамлап, яҙмыштарын уҡытыусы һөнәренә бағышлаған ҡыҙҙарыбыҙ, ветеран уҡытыусыларыбыҙ һәм дә мәктәбебеҙҙең бөгөнгө көн уҡытыусылары йыйылды. Шулай уҡ республикабыҙҙа билдәле булған шәхестәр - Салауат Илгиз улы менән Гөлнара Әнүәр ҡыҙы Кирәевтар килеүе лә мәртәбә өҫтәне. Эйе, беҙҙең мәктәптең ғорурланырлыҡ уҡыусылары бар! Һәм улар бихисап, ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ беҙҙә.
Тормош бер урында тормай. Ниндәйҙер һөнәр юғала, йә булмаһа, заман талаптарына бойһонған яңы һөнәр барлыҡҡа килә. Тик уҡытыусы һөнәре - мәңгелек, сөнки уҡытыусы илен үҫтергәндәй, байыткандай, кәрәк саҡта йәнен аямай яҡлаған граждандарҙы тәрбиәләй.