

Үрҙә һанап кителгән техник сараларҙан тыш, бында методик комплекс, нейротренажёр, камера менән интерактив панель, стенаға элеп ҡуйыла торған ойоштороу быялаһында 3D карта, микроскоп, рельеф, үҫемлектәр формаларының күләмле моделдәре, штативлы профессиональ камера һәм башҡа заманса ҡорамалдар бар.
Быларҙы уҡыу йорто «Доброшкола» программаһы ярҙамында ала алған. Программа «Заманса мәктәп» федераль проекты һәм «Мәғариф» милли проекты йүнәлештәренең береһе булып тора. Уҡыу йортонда мәктәп оҫтаханаһын, география, логопед һәм психолог бүлмәләрен, социаль-көнкүреш ориентирлау биналарын модернизациялау үткәрелде. Әлеге ваҡытта мәктәптә ҡаланан ғына түгел, ауыл биләмәләренән 86 бала белем ала. Балаларҙы ауылдан килтереү өсөн мәктәп автобусы бар. Хәҙер коррекция учреждениеһында тәрбиәләнеүселәр яңыртылған, яңы техника менән йыһазландырылған кабинетта тәбиғәтте, географияны һәм биологияны өйрәнәсәк. Шулай уҡ улар тегеү, ашнаҡсы, картонж-күсереү, ағас эше, слесарлыҡ оҫталығы буйынса һөнәри әҙерлек аласаҡ. Балалар буласаҡ һөнәргә эйә булып, тәүге аҙымдар яһай.
- Беҙҙең производство оҫтаханаһында туғыҙынсы кластан башлап технология дәрестәренә йөрөйҙәр, - тип хәбәр итте хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы Юрий Кочетовский. - Бында балалар «биналарҙы хеҙмәтләндереү буйынса эшсе» һөнәрен үҙләштереүгә әҙерләнәсәк. Бынан тыш, беҙ анализ яһаныҡ һәм, һанлы программа менән идара ителеүсе лазер һәм фрезер станоктарын үҙләштергән уҡыусыларыбыҙ урындағы бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларына ихтыяж менән файҙаланасаҡ, тигән һығымтаға килдек. Ә дәрестән тыш ваҡытта уҡыусыларҙың хеҙмәт эшмәкәрлегенең тәүге емештәрен – ламинирланған тышлы фирма блокноттарын тантанаға килгән 7-се мәктәп ҡунаҡтарына тәҡдим иттеләр.
«Салауатбыяла» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры ярҙамсыһы Радик Фәхретдинов билдәләүенсә, бөгөн талап ителгән хеҙмәттәр күп. Шулай итеп, уның фекеренсә, коррекция мәктәбендә дөрөҫ юлдан баралар, уҡыусыларҙы был күнекмәгә өйрәтәләр.
- Республиканың Мәғариф министрлығына был мөмкинлек һәм ышаныс өсөн ҙур рәхмәт, - тине уҡыу йортоноң директоры Альбина Әғзәмова «Доброшкола»ны асыу тантанаһында. - Беҙ шулай уҡ партнерҙарыбыҙға һәм бағыусыларыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ. Проект ярҙамында үҙенсәлекле балалар мәктәп программаһын еңел үҙләштерә, заманса матди-техник база ярҙамында тәүге профессиональ күнекмәләр ала алыр тигән ышаныстамын. Иң мөһиме – сығарылыш уҡыусылары киләсәктә алған күнекмәләрен ҡуллана аласаҡ, хәҙер улар мәктәпте тамамлағандан һуң эшкә урынлашыу күпкә еңелерәк буласаҡ.
7-се мәктәп директоры Альбина Әғзәмова әйтеүенсә, уҡытыусылар бер нисә йыл элек балалар өсөн бындай ҡиммәтле һәм заманса ҡорамал ярҙамында дәрестәр үткәрә алыуҙары тураһында хыяллана ла алмай ине.
Мәктәптә ремонт эшләнгән һәм кластар әҙерләнгән. Кластарҙа һәм коридорҙа ҡтылыҡты алмаштырғандар - ул күҙҙәр өсөн йомшаҡ, күңелгә ятышлы булған. Бындағы төҫтәр уҡыу йыһаздарына һәм проекттың фирма стиле менән тап килә. Тантанала Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың депутаттар корпусы вәкилдәре, район хакимиәте һәм мәғариф идаралығы белгестәре ҡатнашты. Улар дәрестәр үткән йыһазландырылған кабинеттарҙы ҡараны, уҡыусылар һәм педагогтар менән аралашты.
Хөрмәтле ҡунаҡтар күргәндәренә ысын күңелдән һоҡланды, яңыртылған мәктәп мотлаҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәш ишембайҙарға кәрәкле белем һәм күнекмәләр алырға, тормошта социалләшергә ярҙам итәсәк, балаларҙа танып белеү, йәмәғәт, хеҙмәт һәм мәҙәни эшмәкәрлек өлкәһендә тормош компетенцияларын формалаштырасаҡ, тип билдәләне.
Автор фотолары.