Мәғариф
1 Сентябрь 2023, 13:00

Уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙ мәктәбенә ҡайтты

Ҡалабыҙҙың 16-сы мәктәбе уларҙы яңы төҫтә ҡаршы алды.

Уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙ мәктәбенә ҡайттыУҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙ мәктәбенә ҡайтты
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙ мәктәбенә ҡайтты

Бөгөн, 1 сентябрь, капиталь ремонттан һуң 16-сы мәктәп үҙ ишектәрен асты. Бинаға капиталь ремонт төҙөлгәне бирле, йәғни 1954 йылдан алып эшләнгәне булмаған. Федераль ярҙам иҫәбенә мәктәп комплекслы модернизацияланды.

Эштәр ағымдағы йылдың февраль айында башланып, уҡыусылар ваҡытлыса икенсе мәктәпкә күсерелде. Реконструкция эштәре башланғыс класстар, ашхана һәм спорт залынан башланды. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен алмаштырҙы, ҡыйыҡты ремонтланы, буяу-биҙәү эштәрен башҡарҙы. Эргә-тирәлә юл асфальтланды. Кабинеттарға яңы мебель, интерактик таҡталар һәм мультимедия системаһы ҡуйылды. Ашханаға яңы техника һатып алынды.

Башҡортостан хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов менән муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов тантаналы линейканың хөрмәтле ҡунаҡтары булды. Улар уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы.

- Был мәктәп беҙгә ниндәй тырышлыҡ менән эләгеүен беҙ яҡшы беләбеҙ. Барлыҡ уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы ла байрам менән ҡотлайым! - тине Азамат Абдрахманов. - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Ишембай районы хакимиәте, мәғариф идаралығының берҙәм тырышлығы менән ваҡытында бирелгән ғариза яоҙамында яҡшы һөҙөмтәгә өлгәштек. Бөгөн һеҙ яңыртылған мәктәпкә аяҡ баҫтығыҙ.

Етәкселәр башҡарылған эш сифатын тикшереп, яҡшы баһа бирҙе.

 

Автор фотолары.

Уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙ мәктәбенә ҡайтты
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙ мәктәбенә ҡайтты
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙ мәктәбенә ҡайтты
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙ мәктәбенә ҡайтты
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙ мәктәбенә ҡайтты
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙ мәктәбенә ҡайтты
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙ мәктәбенә ҡайтты
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар үҙ мәктәбенә ҡайтты
Автор:Арина Любчикова
Читайте нас