Балаларын мәктәпкә оҙатҡан ата-әсәләрҙе, үҙҙәренең һөнәри эшмәкәрлегенең яңы битен асҡан уҡытыусыларҙы, йәй эсендә класташтарын һәм уҡытыусыларын һағынып өлгөргән уҡыусыларҙы, һәм, әлбиттә, тәү башлап мәктәп тупһаһы аша атлап үтәсәк беренсе класс уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотлайым. Шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалы, Ишембай нефть колледжы студенттарын, һөнәри колледж
уҡыусыларын байрам менән ихлас тәбрикләйем.
Беҙҙең йәштәр фәндең иң юғары үрҙәрен уңышлы яулар, тип ышанам. Уҡыу – еңелдән булмаған, әммә шатлыҡлы хеҙмәт. Ә мәктәп һәм студент йылдары - тормоштағы иң яҡшы осор. Үҙ аллы, әүҙем, төплө белемле булығыҙ!
Ата-әсәләргә - аҡыллылыҡ һәм түҙемлек, уҡыусыларға - көс-ҡеүәт һәм ныҡышмалылыҡ, түҙемле һәм белемле уҡытыусылар, тоғро дуҫтар теләйем. Ә педагогтарға - һөнәри уңыштар, тәрбиәләнеүселәренең рәхмәтле хөрмәтен һәм һөнәрҙәренә һөйөү теләйем. Хәйерле юл!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.