Мәғариф
23 Августа 2023, 10:10

Ишембайҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙҙы

Бөгөн, 23 август, яңы уҡыу йылы алдынан ҡала һәм район уҡытыусылары үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһау, төрлө форумдарҙа һәм өйрәнеү майҙансыҡтарында туплаған тәжрибәләре менән уртаҡлашыу маҡсатында кәңәшмәгә йыйылды.

Ишембайҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙҙыИшембайҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙҙы
Ишембайҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙҙы

Үткән уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса уңышҡа өлгәшкән уҡытыусыларға төрлө наградалар - Башҡортостандың мәғариф отличнигы билдәһе, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ юбилейҙарын билдәләүсе мәктәп етәкселәре лә иғтибар үҙәгендә булды. Кәңәшмәгә педагогия хеҙмәте ветерандары ла саҡырылды. Улар исеменә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны һәм сәскәләр бүләк ителде.

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Быйыл ҡала һәм район мәктәптәрендә беренсе тапҡыр парта артына яҡынса 1200 уҡыусы ултырасаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ!


Автор фотолары.

Ишембайҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙҙы
Ишембайҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙҙы
Ишембайҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙҙы
Ишембайҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙҙы
Ишембайҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙҙы
Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас