

Үткән аҙна Өфө ҡалаһының «Торатау» конгресс-холында «Системаны үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре» темаһына мәғариф буйынса йыл һайын үткәрелә килгән республика август кәңәшмәһе үтте. Форумда Ишембай районы делегацияһы ла ҡатнашты. Форум Башҡортостан Республикаһында Уҡытыусы һәм остаз йылы сараларын тормошҡа ашырыуға, республикала «Беренселәр хәрәкәте» Дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт балалар һәм йәштәр хәрәкәтен үҫтереүгә, «Балалар йәмәғәт берекмәләре менән тәрбиә һәм үҙ-ара эш итеү буйынса директор советнигы» проектын тормошҡа ашырыуға, берҙәм хәрбипатриотик тәрбиә биреү системаһын төҙөүгә, урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә арналған ете майҙансыҡта уҙҙы.
Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, БР Хөкүмәте ағзалары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, район һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, мәғариф ветерандары ҡатнашты. Пленар өлөш педагогтарҙы бүләкләү һәм тәбрикләү менән тамамланды.
Республика август кәңәшмәһе барышында мәктәп автобустары тапшырыу тантанаһы үтте. Был көндә 18 яңы автобус Башҡортостан райондарына юлланды. Уларҙың асҡысын мәктәп директорҙарына БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин тапшырҙы.
Ишембай ҡалаһының 19-сы урта мәктәбенә лә яңы техника тапшырылды. Яңы автобусҡа идара итәсәк Николай Попков – ҙур тәжрибәгә эйә водитель.
- Эшемде яратып башҡарам, беҙҙең эштә иң мөһиме - балаларҙың хәүефһеҙлеге һәм именлеге, - ти Николай Сергеевич.
Мәктәп директоры Райхан Әнүәр ҡыҙы Мәҡсүтова билдәләүенсә, был – уларҙың мәктәбенә бирелгән икенсе автобус. Бөгөн был белем усағына йөҙгә яҡын баланы автобус менән уҡыуға йөрөтөү ойошторолған.
Әлеге көндә райондың мәктәп автопаркында йәмғеһе 30 автобус иҫәпләнә.
Фото райондың мәғариф идаралығы архивынан.