Мәғариф
23 Июнь 2023, 11:00

Ишембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙылар

2022-2023 йылғы уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса ҡала-райондың 26 сығарылыш класс уҡыусыһы миҙалға лайыҡ булды. Уларҙың өсәүһе Яңы Әптек ауылы мәктәбенән булыуы айырыуса шатлыҡлы.

Ишембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙыларИшембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙылар
Ишембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙылар

Юғары награда алыу өсөн уҡыусыға аттестатта 10-11 кластар өсөн бөтә предметтарҙан тик "бишле" билдәһен алыу һәм рус теле менән математиканан Берҙәм дәүләт имтиханын 70 балдан да юғарыраҡҡа тапшырыу мөһим.

Әлегә Берҙәм дәүләт имтихандарына тулыһынса һөҙөмтә яһалмаһа ла, 1-се гимназия уҡыусыһы Бэлла Әхмәҙуллина йәмғиәтте өйрәнеү фәнен 100 балға, ә 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Юлиә Әйүпова химияны 99 балға тапшырыуы билдәле.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов миҙал алыусыларҙы ҡотлап, уҡыуҙа күрһәткән тырышлыҡтары өсөн маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе һәм киләсәктә уңыштар теләне.

Быйыл Ишембай мәктәптәренең 11-се класын 272 уҡыусы тамамлай. Уларҙың һәр береһе Азат Альберт улынан бүләккә "Торатау" һәм "Восход" гәзитенең электрон версияһына ярты йыллыҡҡа яҙылыу алды.


Автор фотоһы.

Ишембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙылар
Ишембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙылар
Ишембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙылар
Ишембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙылар
Ишембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙылар
Ишембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙылар
Ишембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙылар
Ишембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙылар
Ишембайҙа уҡыусыларға миҙал тапшырҙылар
Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас