

Иң беренсе булып яҙманы Рузилә Вәхитованан ҡабул иттек. Ул Байғужа мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләүсе Фәүриә Кәримоваға бағышлап рәхмәт һүҙҙәре яҙып ебәрҙе. Әйткәндәй, үҙе лә ҡаланың 25-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Рузилә Фәрит ҡыҙының тап был өлкәне һайлауында беренсе уҡытыусының да өлөшө тос. Конкурсҡа Әхмәр ауылында йәшәүсе Гөлфиә Таһирова ла ҡушылды.
- Уҡытыусы һөнәре борон-борондан изгеләрҙән һаналған. Бала күңеленә яҡшылыҡ, рәхимлелек, изгелек орлоҡтарын һалыусы, иңенә ҡанат ҡуйыусы, тормошта үҙ юлын, урынын табырға ярҙам итеүсе кеше ул – уҡытыусы. Альбина Самат ҡыҙы Рәхимова ла шундай - үҙ һөнәренә, яратҡан эшенә тоғро. Күҙҙәренән һәр саҡ осҡон, дәрт сәсеп тора. Ике улым - Искәндәр һәм Мораҙымдың тәүге уҡытыусыһы ул Альбина Самат ҡыҙы. Уның тырышлығы менән Мораҙымдың 1-4 кластарҙа төрлө конкурссараларҙа еңеү яулағаны, әүҙем ҡатнашҡаны өсөн 25 грамотаһы бар. Искәндәр ҙә ағаһынан ҡалышмай, - тип уртаҡлашты Гөлфиә.
Көҙән мәктәбе уҡыусылары - конкурста иң әүҙем ҡатнашыусылар булды. 9-сы класты тамамлаусы Виктория Кожемякина уҡытыусыһы Эльвира Алжир ҡыҙы Латыповаға рәхмәт белдерһә, класташы Лиана Шәймәрҙанова мәктәп-интернатта эшләүсе тәрбиәселәрҙе телгә алды.
- Төрлө ауылдарҙан йыйылған, төрлө йәштәге, төрлө холоҡло балалар менән эшләгән апайҙарыбыҙга тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләйем. Һәр балаға иғтибарын бүлеп, күңел йылыһын йәлләмәй биргән Минзилә Зинур ҡыҙы, Гөлназ Тимерхан ҡыҙы, Резеда Әнүәр ҡыҙы, Гөлшат Мостафа ҡыҙы, һәр ваҡыт яныбыҙҙа булып, әсәләрсә йөрәк наҙығыҙҙы биргәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Интернат тормошон йәнләндерерлек матур, йөкмәткеле саралар беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Эс серҙәребеҙҙе һеҙҙең менән бүлешеп, күңел бушатҡан саҡтар ҙа аҙ булманы. Һеҙ беҙҙең һаҡлаусы ла, яҡлаусы ла була белдегеҙ, - тип яҙҙы Лиана. Фаягөл Рәхмәтуллина Көҙән ауылы мәктәбендә эшләүсе тәүге уҡытыусыһы - Гөлшат Әсҡәт ҡыҙы Вәлиева тураһында яҙма ебәрҙе.
25-28 май төркөмдә махсус ҡушымта ярҙамында ойошторолған тауыш биреү һөҙөмтәһендә Эльвира Алжир ҡыҙы Латыпова (173 тауыш) еңеүсе булды.
- Ҡәҙерле уҡытыусым! Мин һеҙгә үҙемде шәхес булараҡ формалашырға, күп уңыштарға өлгәшергә мөмкинлек биргән ныҡышмалы хеҙмәт йылдарығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Күңелемдә белем бөртөктәре генә түгел, ә хәҙер ғорурланырлыҡ шәхес сифаттарын тәрбиәләп үҫтерҙегеҙ. Һеҙ яҡшы уҡытыусы һәм белгес кенә түгел, шулай уҡ иҫ киткес аҡыллы һәм изге күңелле кеше, - тип яҙған ине уның турала уҡыусыһы Виктория.
Ошо көндәрҙә еңеүсене редакцияға саҡырып, Маҡтау грамотаһы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Гагарин исемендәге паркка аҡсалата сертификат тапшырҙыҡ.
Эльвира Алжир ҡыҙы 2008 йылдан алып Көҙән ауылы мәктәбендә биология һәм химия дәрестәрен уҡыта. Бынан тыш, социаль педагог вазифаһын да үтәй. Быйыл ул үҙенең 9-сы класын оло тормош юлына оҙата. Уңған уҡытыусы йорт мәшәҡәттәре менән булырға, баҡса үҫтерергә, мал ҡарарға ла өлгөрә. Иптәше Фәрит Рәшит улы менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Ауылдың тырыш, өлгөлө ғаиләһе ул Латыповтар. Өлкән ҡыҙҙары Эльвина ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамлай. Улдары ла ошо уҡ уҡыу йортонда һөнәр ала. Редакцияға Эльвира Латыпова ҡыҙҙары Сафия һәм Самира менән бергәләп килде. Улар икенсе класты тамамлаған.
- Балалар менән эшләүҙән кинәнес алам, мәктәптә урынлаштырылған яҡшы мөхит эшләргә дәрт бирә. Коллегаларыма һәм мәктәп етәкселегенә рәхмәтлемен. Конкурсҡа уҡыусыларымдың рәхмәт әйтеп яҙыуҙары минең өсөн көтөлмәгән сюрприз булды, тимәк - мин үҙ урынымда. Быйылғы сығарылыш уҡыусыларым, ата-әсәләре шул рәүешле эшемә баһа бирә, тип уйлайым, - ти Эльвира Алжир ҡыҙы.
Беҙҙең конкурста ҡатнашып, үҙ остаздарына изге теләктәрен юллаған һәр ҡатнашыусыбыҙға рәхмәтлебеҙ! Ә инде уҡытыусы, тәрбиәселәргә тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштыр теләйбеҙ.
Автор фотоһы.