Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Июнь 2023, 14:00

Уҡытыу - тәбиғәттән килгән һәләт

Уҡытыусы һөнәре – ысын мәғәнәһендә барлыҡ һөнәрҙәрҙең “әсәһе”, уларҙың сығанағы, асылы. Шуға күрә был һөнәрҙе һайлаған кешенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята; уға юғары мәҙәниәтле, көслө рухлы быуын тәрбиәләү бурысы йөкмәтелгән. 

Уҡытыу - тәбиғәттән килгән һәләт
Уҡытыу - тәбиғәттән килгән һәләт

Уҡыусыларымдың һәр береһе уңышлы, ихтирамлы булһын, тип күпме көс, иғтибар, күңел йылылығы, тырышлыҡ, ваҡыт сарыф итә тәүге уҡытыусы. Ер йөҙөнә нур сәскән ҡояштай белем таратҡан ҡәҙерле остазыбыҙ тураһында иҫтәлек күңел түрҙәребеҙҙә мәңге йәшәй.

Шундай педагогтарҙың береһе – дөйөм стажы 38 йыл булған башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәүриә Кәримова. Уның 20 йылын тыуған ауылы Байғужа мәктәбендә уҡыта.

Фәүриә Миниәхмәт ҡыҙы 1982 йылда Байғужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Артабан ул 9-сы класҡа Кинйәбулат урта белем биреү мәктәбенә уҡырға бара. 1984 йылда 10-сы класты 4-5 билдәләренә тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар факультетына уҡырға инә. 1989 йылда ҡулына уҡытыусы дипломы алған йәш белгес, юллама буйынса Ишембай ҡалаһының 6-сы мәктәбенә эшкә ебәрелә. 1994 йылда 19-сы мәктәп асылғас, шунда эш башлай. 2003 йылда ул Байғужаға туған мәктәбенә эшләргә ҡайта.

- Был һөнәрҙең яуаплылыҡ, түҙемлек талап итеүен мин бала саҡтан уҡ белеп үҫтем. Тирә-яҡ балаларҙы, дуҫтарҙы йыйып, уҡытыусы булып дәрес биреп уйнай торғайным. Дневниктарҙы үҙем эшләйем, унда билдәләр ҡуям, диктант яҙҙырам... Үҙемде уҡытҡан Сәлимә апай һәр предметтан берәр дәфтәр тикшереп бирә лә, шуға ҡарап миңә хаталар төҙәтергә ҡуша ине. Уның, бер үк үҙең билдә ҡуйма, тип әйтеүенә ҡарамаҫтан, мин тотам да ҡуям, - тип ихлас уртаҡлашты Фәүриә Кәримова. – Уҡытыусы һөнәрен һайлау миңә нимәләр бирҙе һуң? Йәшәү йәмен, эш ҡәҙерен, һүҙ матурлығын ошо һөнәрем аша тойҙом. Һайлаған һөнәремә бер ҙә үкенмәйем – ҡаным буйлап уҡытыусы рухы аға.

Тормош елдәре Фәүриә апайҙы ауылдашы Нур Ғәли улы Кәримов менән бәйләй. Улар өс балаға ғүмер бирә. Ҡыҙҙары Ләйсән БДУ-ла журналистика факультетын тамамлап, Өфөлә үҙ эшен асҡан – ул “Аксаков” журналының баш мөхәррире. Улдары Илнур армияла хеҙмәт итеп, БДАУ-тын тамамлап Себерҙә геодезист булып эшләп йөрөй. Кеселәре Айнур быйыл 7-се класты тамамлай. Кәримовтар ғаиләһен ҡыуандырып ейән менән ейәнсәр үҫеп килә.

- Беҙ класта ете уҡыусы инек – алты малай араһында мин бер ҡыҙ. Тәүге уҡытыусыбыҙ Фәүриә Миниәхмәт ҡыҙы беҙгә төрлө алымдар ҡулланып, ҡыҙыҡлы ла, төплө лә белем бирҙе. Минең өсөн ул көслө һәм талапсан уҡытыусы булды, тип әйтһәм хата булмаҫ. Уҡытыусыбыҙҙың балалар менән аралашыуы оҡшай ине, беҙҙе ихлас яратты, кәңәштәрен бирҙе, - ти педагогтың уҡыусыһы Рузилә Вахитова. – Башланғыс кластарҙа ниндәй нигеҙ һалынһа, артабан да шулай дауам итә. Сөнки уҡытыусыма оҡшарға тырышып, уның эҙенән киттем. 9-сы кластан һуң Стәрлетамаҡ педагогия колледжына тәрбиәсе һәм башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәренә уҡырға индем. Бөгөнгө көндә тәрбиәсе булып эшләп йөрөйөм, ситтән тороп психолог һөнәрен үҙләштерәм... Нисә йылдар үтһә лә класташтарым, тәүге уҡытыусым бер ҡасан да күҙ алдымдан китмәй. Өлгөлө уҡытыусыларҙың береһе булған Фәүриә Миниәхмәт ҡыҙына оло рәхмәтемде белдерәм, уға тик уңыштар юлдаш булһын.


Автор һәм шәхси архивтан фотолар.

Уҡытыу - тәбиғәттән килгән һәләт
Уҡытыу - тәбиғәттән килгән һәләт
Уҡытыу - тәбиғәттән килгән һәләт
Уҡытыу - тәбиғәттән килгән һәләт
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: