Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Май 2023, 18:00

Ауыл хәбәрҙәре

24 май көнө Яңы Һәйет башланғыс мәктәбендә лә Һуңғы ҡыңғырау байрамы үтте.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Йыл һайын үткәрелгән был байрам ҡыуаныслы ла, һағышлы ла. Балалар ҙур мәктәптәргә уҡырға китә, уларҙы яңы дуҫтар, яңы уҡытыусылар көтһә, һағышлы яғы - балалар үҙҙәренең беренсе уҡытыусыһы менән хушлаша.

Әйткәндәй, Нәсимә Ғәйнулла ҡыҙы үҙ эш дәүерендә күпме балаларға башланғыс белем биреп, ҙур мәктәптәргә оҙатты икән - иҫәбе-һаны юҡ тийерлек. Ул уҡытҡан балалар ныҡлы белем алып, беренсе уҡытыусыларының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй матур уҡып йөрөйҙәр, күбеһе юғары уҡыу йорттарында белем алып уңышлы эшләйҙәр.

Яңы Һәйет башланғыс мәктәбен тамамлаусы уҡыусыларға уңыштар, ә Нәсимә Ғәйнулла ҡыҙына сабырлыҡ, һаулыҡ, ижади уңышлыҡтар теләйбеҙ!

 

Фото: https://vk.com/club144787874

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Яңы Һәйет ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: