Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Май 2023, 14:00

Уҡыусыларға – премиялар

Маҡар ауылы урта мәктәбендә Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы бай йөкмәткеле булды. 9-сы класты тамамлаусы 10 егет-ҡыҙ өсөн был иҫтәлекле лә, бер аҙ моңһоу ҙа байрам булһа, уҡытыусылар өсөн айырыуса тулҡынландырғыс ине.

Уҡыусыларға – премиялар
Уҡыусыларға – премиялар

Алған белемдәрен төп дәүләт имтихандарында күрһәтә алырҙармы, киләсәктәрен билдәләйәсәк уҡыу йортон дөрөҫ һайларҙармы, тигән һорау-борсолоу ҙа, шул уҡ ваҡытта ышаныс та сағылды уларҙың ҡараштарында.

Байрам мәртәбәһен Өфөнән ҡайтҡан ҡунаҡтарыбыҙ күтәреп ебәрҙе. 2005 йылдан башлап, йыл да бирелә килгән Мөхәмәтов Фәтҡулислам Нуриман улы исемендәге премияһын тапшырыу өсөн яҡташыбыҙҙың улдары Исфар менән Алик Мөхәмәтовтар ҡайтҡайны. Улар спортта ҡаҙаныштары булған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларҙы тәбрикләне. Һәр уҡыусыға, ә улар 11, аҡсалата премия тапшырылды, киләсәккә матур теләктәр әйтелде. Мөхәмәтовтәр атайҙары иҫтәлеген мәңгеләштереү генә түгел, ә киләсәк быуында атайҙарға ҡарата оло хөрмәт тәрбиәләүҙең, тыуған ергә, туған мәктәпкә һөйөү, иғтибар һәм тоғролоҡтоң ысын сағылышы.

Шулай уҡ Маҡар мәктәбен тамамлаған, профессор, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина туған телде һөйөүселәрҙе ҡотланы һәм өс уҡыусыны 2022 йылда булдырылған премия менән бүләкләне. Оҙаҡ йылдар Маҡар, Этҡол мәктәптәрендә география уҡытыусыһы булып эшләгән, ошо ике мәктәптә лә музей асҡан Рәғиб Заһир улы Зәннәтов исемендәге премияны географияны  киләсәк һөнәре итеп һайлаясаҡ уҡыусыға Рәғиб Заһир улының ейәнсәре Иманғолова Эльвира Риф ҡыҙы тапшырҙы. Шашка, шахмат уйындарында уңышҡа өлгәшеп, республика кимәлендә призлы урындар алған ике уҡыусыны Харис Иҙрис улы Фәтҡуллин дәртләндереү премияһы менән бүләкләне. Уҡыусыларға артабан да бары тик тырышып уҡырға, спортта һәм йәмғиәт тормошонда  әүҙем булырға ғына ҡала. Маҡар ауыл Советы хакимиәте башлығы Эльвира Иманғолова Мөхәмәтовтарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм улар мәктәп уҡыусыларының киләсәгенә тос өлөш индерә, тип билдәләне.

Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында Маҡар музыка мәктәбен тамамлаусы һигеҙ баланың бишәүһе Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры, «Мәҙәниәт илсеһе» миҙалы менән бүләкләнгән Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова ҡулынан ҡыҙыл танытма алып ҡыуанды.

Уҡыусыларға – премиялар
Уҡыусыларға – премиялар
Автор:Гөлсинә ӘХМӘҘИЕВА. Маҡар ауылы.
Читайте нас: