Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2023, 15:03

Мәктәптә һабантуй гөрләне

Бөгөн ҡаланың 3-сө мәктәбендә 1-8-се кластар ҡатнашлығында башҡорт халыҡ байрамы Һабантуй үтте.

Мәктәптә һабантуй гөрләне
Мәктәптә һабантуй гөрләне

Шулай уҡ сарала мәғариф идаралығы методисы Татьяна Хөснетдинова, оҫта ҡурайсы Кинйә Әхмәҙиев ҡатнашты.

- Күмәк кеше ҡатнашлығындағы бындай ҙур Һабантуй мәктәп территорияһында беренсе тапҡыр ойошторола. Уҡыусыларҙың кәйефенән үк күренеп тора – уларға байрам бик оҡшай. Киләһе йылдарҙа был сара йолаға әйләнер, тип ышанам, - тине үҙ сығышында 3-сө мәктәп директоры Салауат Солтанморатов. – Уҡыусылар – афарин! Тырышып уҡынылар, һынауҙар тоттолар. Күптәр маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Аратабан да һеҙгә уңыштар теләп ҡалам. Шулай уҡ бөгөнгө сарала ҡатнашҡан ата-әсәләргә ҙур рәхмәтемде еткерәм.

Мәктәп уҡыусылары күнәк менән һыу ташыу, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу кеүек милли ярыштарҙа ихлас ҡатнашты. Спорт ярыштары ла бик ҡыҙыҡлы үтте. Айырым майҙансыҡта нефть колледжы студенттары уҡыусылар өсөн көрәш ойошторҙо.

Мәктәп һабантуйы тураһында гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.



Автор фотолары һәм видеоһы.

Мәктәптә һабантуй гөрләне
Мәктәптә һабантуй гөрләне
Мәктәптә һабантуй гөрләне
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: