Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Май 2023, 19:00

Балалар өсөн шәп байрам

Бөгөн ҡаланың Көҫәпҡол биҫтәһендә урынлашҡан 15-мәктәптә “4Д уйыны фестивале уҙҙы” (“Фестиваль игры 4Д: дети, дружба, двор, движение”).

Балалар өсөн шәп байрам
Балалар өсөн шәп байрам

Мәктәп урамында тирмә ҡоролған ине. Башҡорт милли кейемендәге 11-се класс уҡыусылары ҡунаҡтарҙы сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Мәктәп директоры Миләүшә Зәйнуллина әйтеүенсә, йылда уҡыу йылы аҙағында балалар өсөн һабантуй ойошторола. Быйыл ул яңы форматта уҙҙы.

- Балалар һәм ата-әсәләр араһында яҡшы мөнәсәбәтте нығытыу, сәләмәт тормош алып барыуҙы популярлаштырыу, дөрөҫ итеп ял ваҡытын уҙғарыуға йәлеп итеү һәм яҡшы кәйеф булдырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Бының өсөн мәктәп урамында һигеҙ төрлө майҙансыҡ булдырылды, - тип белдерҙе Миләүшә Марат ҡыҙы.

Тамашасылар өсөн матур концерт ҡуйылды. Теләге булған һәр кем махсус фотозонала фотоға төштө, халыҡ уйындарында үҙен һанап ҡарап көршөк ватты, арҡан тартты, тоҡ кейеп һикерҙе. Шулай уҡ волейбол, теннис уйнаны.

- Өс улыбыҙ ҙа ошо мәктәптә уҡый. Уҡытыусыларыбыҙҙан уңдыҡ. Балалар ҙа үҙ-ара дуҫтар. Мәктәптә үткән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып торабыҙ. Бөгөн дә ғаиләбеҙ менән бергә килдек. Шундай күңелле, матур байрам ойошторғандары өсөн мәктәп етәкселегенә рәхмәтлебеҙ, - тип уртаҡлашты Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе Айгөл менән Азат Ибраһимовтар ғаиләһе.

 

Байрамдан тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.

 

Автор фотолары.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: