Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Май 2023, 13:43

Шаулап үҫер шыршылар

Кинйәбулат ауылы мәктәбе бөгөн таң менән гөрләп торҙо. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһына ҡушылып, мәктәп урамында ағас үҫентеләре ултыртты.

Шаулап үҫер шыршылар
Шаулап үҫер шыршылар

Берҙәм эшкә ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ағинәйҙәр ҙә тос өлөш индерҙе. Иң тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл эргәһендә линейка уҙҙы.

- Акцияны башлап, һәйкәл эргә-тирәһен, мәктәп урамын йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индергән аҡһаҡалыбыҙ, мәрхүм Юнир ағай Тимербулатовты иҫкә алмау мөмкин түгел. Бөгөн ултыртасаҡ үҫентеләр һуғышта, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы атай-олатайҙарыбыҙ, бабайҙарыбыҙ, егеттәребеҙ хөрмәтенә. Беҙ уларҙы көн дә иҫкә алырға, улар өсөн доға ҡылырға тейеш, - тине үҙ сығышында Кинйәбулат мәктәбе директоры Шайморат Ғиниәтуллин.

Ауылдың “Фәтиха” мәсете муллаһы Рифат хәҙрәт акцияның изге уй-ниәттәр менән үткәрелеүен дәлилләп, доға ҡылды. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, кинйәбулаттар “һә” тигәнсе тиҫтәләгән үҫентене ултыртып та ҡуйҙы. Ике йәшлек Кәрим Сираев акцияның иң кескәй ҡатнашыусыһы булды. Ул уҡыусы апай-ағайҙарына йүгереп йөрөп ағас үҫентеләрен алып биреп торҙо.

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: