Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Май 2023, 14:00

Ҡәҙер-хөрмәт һеҙгә, ил улдары!

9 май – Бөйөк Еңеү көнө, Хәтер көнө, изге көн. Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы уңайынан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында бөгөн тантаналы линейка уҙҙы.

Ҡәҙер-хөрмәт һеҙгә, ил улдары!
Ҡәҙер-хөрмәт һеҙгә, ил улдары!

Иң тәүҙә гимназияның алдынғы уҡыусылары гимн көйө аҫтына флагтарҙы күккә сөйҙө.

- Рәсми һандар буйынса Бөйөк Ватан һуғышында27 миллион кеше һәләк була. Был һуғыш 50 миллион кешенең ғүмерен өҙә. Ошо һандар артында кеше яҙмыштары ята. Был тормоштар беҙҙең менән бәйле. Улар беҙҙең олатайҙар, уларҙың атайҙары, бабайҙарыбыҙ. Ишембай районынан һуғышта 27 мең кеше ҡатнаша. Уларҙың яртыһынан күбеһе яу яландарында ятып ҡала. Ә күпмеһе яралы, ғәрип булып ҡайта. Бик һирәктәре генә бөгөн иҫән-һау. Ишембай районында улар дүртәү генә. Ветерандарыбыҙға Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ бирһен, - тине үҙ сығышында 2-се башҡорт гимназия-интернаты директоры Әлфис Фәйзуллин.

Гимназистар алдында шулай уҡ педагогия хеҙмәте ветераны Рәмзиә Йәғәфәрова ла сығыш яһап, һуғыш тураһындағы үҙе ижад иткән мөнәжәтте уҡып ишеттерҙе.
- Беҙҙең илгә аҡыллы, уңған, белемле, юғары интеллекле шәхестәр кәрәк. Шул ваҡытта ғына беҙ барлыҡ дошмандарҙы еңә алырбыҙ, илебеҙҙе гөл, бай, тыныс итербеҙ, - тигән изге теләктәрен дә еткерҙе ул.

“Алтынай” бейеү ансамбле башҡарыуындағы бейеү байрамса кәйеф өҫтәне. Уларҙың сығышын гимназистар көслө алҡыштарға күмде.

Алып барыусылар байрамдарҙа ғына түгел, ҡәҙимге тормошта ла ветерандарға, оло йәштәгеләргә иғтибарлы булырға, уларҙы хөрмәт итергә саҡырҙы. Тантаналы линейка шайморатовсылар класы башҡарыуында “Еңеү көнө” йыры менән тамамланды.

Күктәребеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ тыныс булһын!

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Ҡәҙер-хөрмәт һеҙгә, ил улдары!
Ҡәҙер-хөрмәт һеҙгә, ил улдары!
Ҡәҙер-хөрмәт һеҙгә, ил улдары!
Ҡәҙер-хөрмәт һеҙгә, ил улдары!
Ҡәҙер-хөрмәт һеҙгә, ил улдары!
Ҡәҙер-хөрмәт һеҙгә, ил улдары!
Ҡәҙер-хөрмәт һеҙгә, ил улдары!
Ҡәҙер-хөрмәт һеҙгә, ил улдары!
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: