Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Апрель 2023, 12:00

Ишембай уҡытыусылары «Орлёнок»та булып ҡайтты

Кисә, 27 апрелдә, ҡалабыҙҙың 2-се мәктәбендә «Рәсәй бөркөттәре» муниципаль семинар-практикум үтте – сара башланғыс класс уҡыусыларының социаль әүҙемлеген үҫтереүгә бағышланды.

Ишембай уҡытыусылары «Орлёнок»та булып ҡайтты
Ишембай уҡытыусылары «Орлёнок»та булып ҡайтты

Муниципаль районда 2022-2023 уҡыу йылында «Рәсәй бөркөттәре» проекты старт алғайны, уның апробацияһында ҡаланан 1-се гимназия, 2-се, 3-сө, 4-се (Иҫке Ишембай) 11-се, 16-сы, 18-се, 19-сы мәктәптәр, 12-се лицей, 2-се башҡорт гимназия-интернаты һәм Маҡар, Урман-Бишҡаҙаҡ, Петровск, Скворчиха, Яңы Әптек, Васильевка, Түбәнге Әрмет ауылдары мәктәптәре ҡатнашты.

2023 йылдың яҙында Ишембайҙан башланғыс класс уҡытыусылары, тәрбиә эше һәм балалар йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш буйынса директор урынбаҫарҙары Наталья Рогулина (2-се мәктәп), Екатерина Епифанова (12-се лицей) һәм Оксана Павлючкова (19-сы мәктәп) Краснодар крайы Туапсе районы «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә квалификация күтәреү курсын үтте.

Ошо кесаҙна ойошторолған семинарҙа улар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Семинарҙың практик өлөшөндә төрлө тректар ойошторолдо. Мәҫәлән, сарала ҡатнашыусылар «Тарихи иҫтәлек һаҡсыһы» трегында боронғо экспонаттарҙың күргәҙмәһе менән танышты. Бының өсөн балалар төрлө мәғлүмәт туплаған, тарихи материал әҙерләгән.

Был хаҡта тулы мәғлүмәт гәзиттең киләһе һанында буласаҡ.

Автор фотолары һәм видеоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: