Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Апрель 2023, 13:00

Еңеү яуланылар

25 апрелдә Өфөлә “Уҡытыусыма” тип исемләнгән ҙур байрам үтте.

Еңеү яуланылар
Еңеү яуланылар

Республика балалары өсөн “Тамыр” телеканалы ойошторған байрам Уҡытыусы һәм остаз йылына арналды. Сараға тиклем социаль селтәрҙә “Яратҡан уҡытыусыма” тигән иншалар конкурсы иғлан ителгәйне. Унда ҡатнашыу өсөн бөтә республиканан барлығы йөҙҙән ашыу ижади эш ҡабул ителде. Уларҙың бишәүһе генә иң яҡшыһы тип табылды. Еңеү яулаған уҡыусыларға үҙҙәренең педагогтары менән оло сәхнәгә күтәрелеү, иҫтәлекле бүләктәр алыу бәхете тейҙе.

Шуныһы ҡыуаныслы, еңеүселәр араһында Маҡар ауылы мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Искәндәр Һиҙиәтов һәм класс етәксеһе Фәймә Мәҡсүтова ла бар. “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина менән Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин яҡташтарыбыҙға еңеүсе дипломын, Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Ҡотлайбыҙ!

 

Фото: https://vk.com/makar.school

Еңеү яуланылар
Еңеү яуланылар
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: