Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Апрель 2023, 13:00

Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы

Уҡытыусы – донъялағы иң изге, яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары нәҡ уҡытыусы күңелендә урын алған. Тормошто алға этәреүсе,донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл менән бәләкәй генә сабыйҙан шәхес үҫтереүсе, оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше ул. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Сәлих урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Айһылыу Юныс ҡыҙы МӨХӘМӘҘУЛЛИНА.

Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы
Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы

- Айһылыу Юныс ҡыҙы, иң тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине. 

- Мин матур тәбиғәтле Сәлих ауылында тыуып үҫкәнмен, әлеге көндә шунда йәшәйем, эшләйем. Тыуған яғымды - Бәргелдәгемде, Һәләүегемде, яландарымды,
туғайҙарымды ныҡ яратам. Ситкә бер аҙ китеп торһам, һағынып ҡайтам. Тау башына менеп ауылымды күҙәтәм. Йәй көнө аҡланда еләк, бәшмәк, көҙөн туғайында балан йыям. Ҡышын тауҙа саңғыла еләм. Ауылым кешеләре лә бик яҡын. Аҡыллы, уңған халыҡ йәшәй беҙҙә. Атайҙан күргән - уҡ юнған, әсәйҙән күргән - тун бескән, тигәндәй, әсәйем Алтынбикә Зәйнәғәле ҡыҙы сабыр холоҡло, йыуаш ҡына ҡатын ине. Колхозда эшләне, шунан хаҡлы ялға сыҡты. Урам тулы ҡош-ҡорт, һыйыр, һарыҡ аҫыраныҡ. Өйрәк, ҡаҙ тоттоҡ, яҙын әсәйем уларҙың йомортҡаларын, бәпкәләрен һатып аҡса ла эшләй ине. Шуға мин дә тормошҡа сыҡҡас, матур ғына донъя көтөп алып киттем. Әсәйемдән мал, ҡош-ҡорт аҫырарға өйрәндем. Ауылда йәшәгәс, был тормош дәресен бала саҡтан күреп үҫтем. Атайым да иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем колхоз эштәренән бушаманы. Алдынғы механизатор ине. “Почет билдәһе”, “Ҡыҙыл Байраҡ” ордендары, миҙалдар һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, хеҙмәт ветераны булды. Атайым ҡыш көнө өйҙә була торғайны. Ул мине шашка уйнарға өйрәтте. Тәүҙә еңелә инем, шунан тигеҙ иҫәп, һуңынан үҙем еңә башланым. 6-сы класта уҡығанда, Ишембайҙа үткән “Рус шашкалары” ярышында үҙемдең өҫтәлдә еңеүсе булдым. Эргәмә күҙлекле ағай килеп, нисек шашка уйнарға өйрәнеүемде һораны, шашкасылар түңәрәгенә саҡырҙы. Аҙаҡ ҡына уның Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, шашкасы Юрий Черток икәнлеген белдем. Тик шашка мине бик ҡыҙыҡһындырманы. Шулай ҙа үҙемдең уҡыусыларымды шашка уйнарға өйрәттем. Улар республика, район-ҡала кимәлендә үткән турнирҙарҙа байтаҡ ҡына еңеүҙәр менән ҡайтты.

- Бала саҡтағы иң йылы хәтирәгеҙ, хыялығыҙ?

- Бала саҡтағы хыялым - космонавт булыу ине. Тимәк, мин көслө булырға, бейеклектән ҡурҡмаҫҡа тейеш, тип уйлай торғайным. Үҙем менән төрлө эксперименттар үткәрҙем: һарай, кәртә, ағас баштарынан һикерә, баш түбән тора инем. Атайым комбайны менән ҡайтып төшһә, ул минең өсөн йыһан карабы, уның кабинаһына инеп уйнайым. Бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан, фантастик, хатта астрономиянан фәнни-популяр китаптар уҡыным. Армияға барырға, осоусы булырға кәрәк, улар ғына космонавт була ала, тигән фекер йөрөттөм. Ләкин был хыялым тормошҡа ашманы. Бала саҡ ваҡиғаларынан тағы ла шул тоноҡ ҡына хәтерҙә ҡалған: үҙебеҙҙең урамда йәшәгән олораҡ апайҙар: “Айһылыу, йырла әле, кәнфит бирәбеҙ” – тип әүрәтер ине. Мин инәлтеп тормай ғына, “Өфө йүкәләре”н, “Оло юлдың туҙаны”н йырлайым. Ә сәхнә булып ултырғыс хеҙмәт итә. Ҡыҙыҡ, ҡасан, нисек отоп алғанмын ул йырҙарҙы? Беләмме-белмәйемме, оҙон көйҙәрҙе лә һуҙып йырлап йөрөйөм.

10-сы класта уҡығанымда, башыма көйҙәр килә башланы. Нотаны белмәйем, яҙҙырырға магнитофон юҡ. Онотмаҫ өсөн ҡабат-ҡабат йырлайым. Һуңғараҡ, онотолдо тигәндә, Дмитрий Маликов башҡарыуында таныш көйҙәрҙе ишеттем дә шаҡ ҡаттым. Был нимә ул? Мөғжизәәә!

- Ә ни өсөн һеҙ уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?

- Уҡыу миңә еңел бирелде. “4”, “5” билдәләренә генә уҡыным. Йыр сәнғәтенә һөйөү Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына алып килде. Дирижер-хор бүлегенә уҡырға индем. Диплом алғас, мәктәпкә музыка, рәсем уҡытыусыһы итеп эшкә саҡырҙылар. Унан тыш, китапханасы һәм пионервожатый булып эшләнем. Китапхана эшен ныҡлап яйға һалып алдым. Йыл да тиерлек район-ҡала семинарҙары үткәрергә тура килде. Бер йыл пионервожатый слетын үткәрһәм, икенсе йылына - китапханасылар семинары. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаша инек. Йәш саҡ, һаулыҡ, дәрт етәрлек. Барыһына ла өлгөрөргә тырыштым. Мәктәп директоры Альмира Жәүүәт ҡыҙы: “Һиңә юғары белем кәрәк” – тип, уҡырға өгөтләне. Уның ярҙамы менән Стәрлетамаҡ педагогия академияһының башланғыс белем биреү факультетына уҡырға индем. Шуға ла уҡытыусыма, Альмира Минһажетдиноваға, ҙур рәхмәтлемен. Ул мине эшкә алды һәм дөрөҫ юл күрһәтте.  Юлымда осраған изге кешеләрҙең береһе ул. Мәктәптә эшләүемә лә 27 йыл булып киткән. Академияны тамамлағас, 1-2 класс уҡыусылары менән эш башланым. Бәләкәстәр менән эшләүе бөтөнләй икенсе донъя. Еңелдән түгел. Аҙнаһына 30-ҙан артыҡ дәрес, уйлап ҡараһаң, ике ставка. Арып ҡайтаһың, эш барып сығырмы, тип борсолаһың, хатта шым ғына илап та алған саҡтарым булды. Аллаға шөкөр, йылдан йыл тәжрибәм арта, хәҙер инде еңелерәк. Хеҙмәтемде күрә белделәр: Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының, район хакимиәтенең, мәғариф бүлегенең маҡтау грамоталары менән бүләкләндем.

- Уҡытыусы һөнәренең иң ауыр һәм матур яҡтары ниндәй?

- Башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ, беренсе класҡа бер әҙерлекһеҙ килгән балалар менән эшләүе ауыр. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларына иғтибар биреп бөтмәй, тәүге осорҙа, ярҙам кәрәк ваҡытта, өнһөҙҙәр. Күпме тырышлыҡ күрһәтеп тә, һөҙөмтә күренмәһә, күңелгә моңһоу. Әллә үҙем белем биреп еткермәйемме икән, тип һорауҙарыма яуапты педагогика, психология фәндәренән эҙләйем, аудиокитаптар тыңлайым.

Башҡорт ауылы, мәктәбе булһа ла, тел менән бәйле сетерекле хәлдәр ҙә булғыланы. Элек кластар тик башҡорт балаларынан ғына торһа, хәҙер үҙ телдәрен онотҡан башҡорттар, ярым башҡорттар күбәйҙе. Улар дәрестәрҙе рус телендә генә алып барыуымды теләнеләр. Ә класта башҡорт балалары ла ултыра бит. Юғалып ҡалманым, фәндәрҙе ике телдә лә уҡыттым һәм уҡытам. Ауылға күсеп килгән урыҫ балалары башҡорт телен тиҙ үҙләштерҙеләр. Хатта әсәләре миңә: “Спасибо вам за башкирский!” – тип әйткәндән һуң, күңелдәрем ҡанатланып китте.

Иң матур яғы шул, бала күңеле – уңдырышлы тупраҡ, нимә сәсһәң, шуны ураһың. Йәки балсыҡ, һынды әүәләп эшләйһең. Был һинең ижадың һәм ул бик етди. Үҫеп, оло тормош юлына сыҡҡан уҡыусыларың килеп рәхмәт һүҙҙәрен әйтһәләр, һауаның етенсе ҡатына менгәндәй булам.

- “Беҙ элек улай булманыҡ”, тип әйтергә яратыусылар күп. Уҡыусылар һәр заманда бер үкме? Әллә, ысынлап та, йылдан-йыл яйлап үҙгәрәләрме?

- Мәктәптә 1995 йылдан бирле эшләгәс, айырмалыҡтар һиҙелә. Берҙән, шуны әйтәһем килә, эш башлаған йылды мәктәптә 165 бала уҡый ине, ә хәҙер 50-гә лә тулмай. Икенсенән, элек класта 10 баланың 1-2-һе генә уҡыуҙан ҡалышһа, хәҙер киреһенсә. Нимә был? Уҡыусылар күберәк смартфонда ултыралар. Шунлыҡтан әҙәби китаптар уҡып бармайҙар. Шиғыр, ҡабатлау таблицаһын ятлатыу проблемаға әүерелде. Был мине, әлбиттә, бик борсой. Үҙемдең практиканан сығып әйтәм. Бәлки башҡа мәктәптәрҙә, мәҫәлән, гимназияларҙа, улай түгелдер, әйтә алмайым.  

- Үҙегеҙгә генә хас уҡытыу алымдарығыҙ бармы?

- Уҡытыусы - ул дирижер кеүек. Эштең барышы менән етәкселек итә, уҡыусыларға дөрөҫ йүнәлеш күрһәтә. Балаларҙың үҫешенә, йәш үҙенсәлегенә ҡарап, дәресте баштан алып аҙағына тиклем һәр этабын күҙ алдынан үткәрәм, маҡсаттар ҡуям. Шуларға ярашлы инструменттар, алымдар һайлап алам. Традицион алымдар менән генә ҡәнәғәт түгелмен, проблемалы, төрлө кимәлдәге уҡытыу, уйын, мәғлүмәт-коммуникация технологияларын ҡулланырға тырышам. Донъянан артта ҡалмаҫ өсөн, билдәле педагогтарҙың фәнни эштәрен, принциптарын өйрәнәм. Тағы ла уҡыусыларымдың ниндәй һәләттәре бар икәнен күҙәтәм. Бәлки класта бөйөк рәссам йәки музыкант, математик ултыралыр. Ваҡытында күреп, баланың һәләтен үҫтерә башлау мөһим. Бер осорҙа театр яратҡан балалар тура килде, шиғырҙарҙы ла еңел, еренә еткереп ятлайҙар. Театр түңәрәге асып ебәрҙем. Һеҙ белһәгеҙ, уҡыусыларым нисек итеп дәртләнеп уйнайҙар, тырышалар ине. Ата-әсәләр ҙә костюмдар менән ярҙам иттеләр. Гастролдәргә барыр өсөн транспорт та биреп торҙолар. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, театрмы ул, шиғыр һөйләүме, дипломһыҙ ҡайтмай торғайныҡ. Әле лә уларҙы иҫкә төшөрәм, видеояҙмаларын йыш ҡына асып ҡарайым.

Бер нәмәне аңланым, әгәр уҡытҡан фәнеңде яратаһың икән, уҡыусыларҙа ла шул фәндәргә ҡарата һөйөү уятып була. Быны белеүе ауыр түгел, ул балаларҙың күҙҙәрендә
сағыла, уларҙа осҡондар барлыҡҡа килә.

- Ғаиләгеҙ, уҡытыуҙан тыш нимә менән мауығыуығыҙ хаҡында ла әйтеп китһәгеҙ ине.

- Ике ҡыҙым, ике ҡанатым бар. Олоһо Әлиә ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй. Әнисә ҡыҙым БДУны тамамланы, геодезист һөнәрен һайланы. Ғаиләһе
менән Стәрлетамаҡта төпләнде. Кейәүҙәрем дә һәйбәт, аҡыллы, эшһөйәрҙәр. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ғаилә беренсе урында инде ул. Яҡындарымдың һаулығын ҡайғыртам. Шылтыратышып, хәлдәребеҙҙе белешеп торабыҙ, пландар һәм фекерҙәр менән уртаҡлашабыҙ. Бер ғаилә булып йәшәү өсөн тырышлыҡ кәрәк. Әгәр ата-әсә тормоштарын яҡшыртырға, балаларын кеше итергә тырышмаһа, бер ниндәй һөҙөмтә булмаясаҡ.

Хоббиға килгәндә инде ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡул эштәрен яратам. Әлеге көндә бисерҙан төрлө сәскәләр, муйынсаҡтар эшләйем, мулине ептәре менән картиналар сигәм. Баҡса үҫтерәм. Үткән йыл Ҡуштауҙа тау саңғыһында шыуырға өйрәндем. Бик оҡшай. Киләсәктә Абҙаҡ тауҙарынан шыуыуҙы планлаштырам. Онлайн дәрестәрҙә ғәрәпсә уҡырға өйрәндем. Әле инглиз һөйләшеү телен үҙаллы үҙләштерәм. 

- Һеҙҙең өсөн нимә ул бәхет?

- Бәхет – ул көндәлек шатлыҡтар, яҡты кисерештәр, уңыштар, тип уйлайым. Иртән торам, күңелем тыныс, яҡындарым, үҙем иҫән-һау, тимәк, бәхетле. Матурлыҡты
күрә беләм һәм уға һоҡланам, был да бәхет. Күпме кеше, шул тиклем төрлө холоҡ-фиғел. Кешеләр менән килешеп йәшәү үҙе бәхет. Коллегаларымдан да уңдым. Ғаиләм, туғандарым, дуҫтарым, коллегаларым миңә көс, дәрт һәм ышаныс бирә. Уларҙың күңел йылыһына төрөнөп йәшәйем, эшләйем. Тимәк, мин бәхетле!

- Киләсәккә уй-хыялдарығыҙ?

- Хыялдар кешене йәшәтә, үҫтерә, алға этәрә. Күберәк белергә, эшләргә теләйем. Мөмкинселектәр асылды, бөтә нәмә бар. Йыбанма, өйрән, кәрәклеһен һайлап ал, тырыш, тип үҙемде тәрбиәләйем. Тағы ла ҡитғалар буйлап сәйәхәт итәһем, яңы ерҙәр күреп, тәьҫораттар алаһым килә.


Фотолар ғаилә архивынан.

Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы
Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас: