+10 °С
Болотло
Уҡыусылар тыуған еребеҙҙә йәшәгән төрлө халыҡтың көнкүреш кейем-һалымы, эш ҡоралдары, биҙәүестәренең тарихын өйрәнеп кенә ҡалманы, ә тотоп, ҡарап, хайран ҡалып, экскурсия ойоштороусы Барлыбаева Лилиә Мәсәғүт ҡыҙының һөйләүен йотлоғоп тыңланы. Шулай уҡ, Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән хайуандар менән танышты, халыҡ инструменттарының күплегенә иҫтәре китеп тыңланылар. Ғөмүмән был музейҙағы 5 бүлектең, 35 күргәҙмә залында төрлө мәғлүмәттәр, материалдар һәр бер уҡыусыға ниндәйҙер тәьҫорат тыуҙырҙы.
Сәфәр аҙағында Совет майҙанында урынлашҡан бөтә донъяға билдәле Шайморатов генералға арналған һәйкәл янында иҫтәлеккә фото төштөк.
Фото: Кинйәбулат мәктәбе архивынан.