Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Март 2023, 16:26

Гимназия яңылыҡтары

Яҙ миҙгеле - наҙ миҙгеле. 2-се башҡорт гимназия-интернатында яҙ миҙгеленең иң матур, иң сағыу конкурсы "Һылыуҡай - 2023" гүзәллек бәйгеһе үтте.

Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары

Береһенән-береһе һылыу, саф башҡорт ҡыҙҙарына хас сифаттарҙы туплаған тыйнаҡ, мөләйем, серле ҡыҙҙар конкурсты үҙҙәре менән таныштырыуҙан башлап ебәрҙе. Башҡортса моңло йырҙар, дефиле, илһамланып шиғыр һөйләүҙәр, көнсығыш бейеүҙәре - барыһы ла гимназия тамашасыларының күңеленә хуш килде. Һәр класс көйәрмәндәре плакаттар, алҡыштар менән ҡыҙҙарҙы дәртләндереп, ҡеүәтләп ултырҙы.

Шулай итеп, тулҡынландырғыс мәл дә етте. Гран-приға 10-сы класы уҡыусыһы Шәрипова Лилиана лайыҡ булды. Уға конкурс еңеүсеһе тажын 2022 йылда гран-при алыусы Шәрипова Эльвина кейҙерҙе.

10-сы класс уҡыусыһы Мырҙағалина Диана - 1-се, 8А класынан Шәһәбетдинова Нурзилә - 2-се, 8Г класы уҡыусыһы Хәлитова Юлиә 3-сө урынға эйә булды.

Шулай уҡ, "Интернет гүзәле" номинацияһында еңеүсе- Хәлитова Юлиә, "Тамашасы һөйөүе" номинацияһына 9Б класы уҡыусыһы Ғәниева Ирина лайыҡ булды.

 

Фото: https://vk.com/bgi.validi

Гимназия яңылыҡтары
Гимназия яңылыҡтары
Автор:Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты
Читайте нас: