Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Март 2023, 14:00

Йылы осрашыуҙар булып торһон

Бар ғүмерен башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған районыбыҙҙың ветеран уҡытыусылары ҡалабыҙҙың 2-се мәктәбендә “Йылдар эҙенән” тип исемләнгән дүрт быуын осрашыу кисәһенә йыйылды. Сарала “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, муниципаль райондың мәғариф идаралығы етәксеһе Илшат Исмәғилев та ҡатнашты. Ғәҙәттәгесә, күркәм тантана һәр ваҡыт йылылыҡ һәм рәхмәт һүҙҙәренә йомарт.

Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон

- Бөгөн беҙ ҙур байрамға йыйылдыҡ. Минең алда оло йөрәкле ветеран уҡытыусылар. Һеҙ халыҡ һөйөүен, хөрмәтен, ышанысын намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән яулағанһығыҙ. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ йөрәк түрендә ауырлыҡтар алдында еңелмәй алға әйҙәгән, ямандан яҡшыны айырырға өйрәткән, үҙ-үҙеңә ышанырға саҡырған остаздары тураһында хәтирәләр һаҡлай, - тине үҙ сығышында Илшат Исмәғилев.

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире, яҡташыбыҙ Салауат Кәримов та үҙенең теләктәрен еткерҙе.

- Беҙҙең райондан сыҡҡан билдәле шәхестәр бик күп. Уларҙы тәрбиәләгән уҡытыусыларыбыҙ хуплауға лайыҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тел һағында тора, киләсәк быуынға уның матурлығын еткерә. Халҡым, телем, тип тырышалар. Улар киләсәк быуынға рухи хазинабыҙҙың сал быуаттар төпкөлөндә ҡалған тарихын өйрәтә, уның киләсәгенә һәр яҡтан да булышлыҡ итеп, уҡыусылары менән төрлө сараларҙа ҡатнаша.

Балаларҙа телебеҙҙе өйрәнеүгә һәм уны һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу үҫтереү, халҡыбыҙҙың йолаларына ихтирам тәрбиәләү, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу – барыһы ла ошо уҡытыусыларға йөкмәтелгән. Сарала районыбыҙҙың бер төркөм иң әүҙем, иң өлгөр, үҙҙәренең төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулаған уҡыусылары менән ғорурланған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ҡарата хөрмәт һүҙҙәре еткерелде. Ошо хаҡта ҡырҡ йылдан ашыу педагогик стажы булған ветеран Клара Мортазина һөйләне.

Башҡорт телебеҙ, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Халҡыбыҙҙың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы, тормошо һәм илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла. Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү!

Йылы һүҙҙәр менән бергә йыр-моң да ағылды, бейеүгә лә урын булды, шиғырҙар ҙа яңғыраны. Экранда төрлө йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан
уҡытыусылар тураһында презентация сараны биҙәне. Тәмле сәй өҫтәле артында осрашыу шатлыҡтары кисереп ултырған ветерандар байрамдан бик ҡәнәғәт ҡалды.
Миңнур Муллағолова, Һайран урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны:

- Бик йылы һәм матур осрашыу кисәһе булды. Күпме йылдар иңгә-иң терәшеп бергә эшләгән коллегаларымды күргәс, йәшлеккә, гөрләтеп ең һыҙғанып эшләгән
ваҡыттарға кире ҡайтҡандай булдым. Аллаға шөкөр, хаҡлы ялда булһаҡ та, барыбыҙ ҙа әүҙем тормош алып барғаныбыҙға ҡыуандым. Ойоштороусыларға, Гөлнур Шамил ҡыҙына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Киләсәктә лә ошондай матур саралар булып торһон, тигән теләктәмен.

Зимфира Ғибәҙуллина, Биксән урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

- Оҙаҡ йылдар балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләнем. Матур осрашыуҙан ҙур тәьҫораттар алдым. Уртаҡ эште алып барған хеҙмәттәштәрҙе күреүгә бик шатмын. Күпме йылы һүҙҙәр ишеттек, иҫтәлектәр менән бүлештек.

 

Автор фотолары.

Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон
Йылы осрашыуҙар булып торһон
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: