

Был тантанаға балаларҙың уҡып-яҙырға өйрәнеүҙәре менән ҡотларға өлкән класс уҡыусылары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр килде. Байрамдың маҡсаты - уҡыусыларҙа артабан белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү. Уҡыусылар шиғырҙар һөйләне, йыр-бейеүҙәр башҡарҙы.
Байрамдан барыһы ла күтәренке кәйеф, дәрт, илһам алып таралышты.