Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Ғинуар 2023, 11:00

Ауыл хәбәрҙәре

25 ғинуар көндө Ишәй мәктәбе ашханаһында “Минең милли аш-һыуым” тип аталған флешмоб үтте.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Сарала мәктәп ашнаҡсыһы Гөлнур Камил ҡыҙы, ярҙамсыһы Венера Тәлғәт ҡыҙы, хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Айгөл Дәриғәт ҡыҙы һәм 7-8-се класс уҡыусылары ҡатнашты.

Мәртәбәле акцияның төп маҡсаттары булып уҡыусыларҙа дөрөҫ һәм файҙалы туҡланыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, аш-һыу, милли аш-һыуҙарҙы әҙерләүгә өйрәтеү, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, үҙең йәшәгән төбәктең милли аш-һыуҙарын белеү, популярлаштырыу, мәктәп ашнаҡсыһы һөнәренең бәҫен күтәреү торҙо.

Алдан килешеү буйынса ҡыҙҙар ашнаҡсы менән берлектә тәбиғи таҙа продукттарҙан Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли аштарын бешерергә тейеш ине. Ишәй мәктәбе ҡыҙҙары өлкән ярҙамсылары менән йыуаса, расстегай бешерҙе һәм үҙ оҫталыҡтарын лайыҡлы күрһәтте.

 

Фото: https://vk.com/isheevo_school

Автор:Ишәй ауылы мәктәбе.
Читайте нас: