Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ғинуар 2023, 12:00

Беҙҙең уҡыусылар – олимпиада призерҙары

Яңы 2023 йыл матур башланып китте. Тәүге уҡыу көндәрендә, ҡыштың иң һалҡын мәлендә, 11 уҡыусыбыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыу өсөн Өфөгә юлланды.

Беҙҙең уҡыусылар – олимпиада призерҙары
Беҙҙең уҡыусылар – олимпиада призерҙары

Улар, олимпиаданың икенсе, ситтән тороп уҙғарылған этабында юғары балл йыйып, һуңғы турға үткәйне. Хәл иткес бәйгегә республиканан һәм күрше төбәктәрҙән барлығы 356 бала йыйылғайны. Улар араһында беҙҙең уҡыусылар лайыҡлы сығыш яһаны: Ишембай командаһы өс призлы урын яуланы. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында ҡаланың 16-сы мәктәбенән 10-сы класс уҡыусыһы Карина Савиных юғары күрһәткестәргә өлгәште. Уҡытыусыһы – Альбина Альберт ҡыҙы Хәлисова. Ә башҡорт мәктәптәре араһында ике призлы урын Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларында. 9-сы класс уҡыусыһы Фаягөл Рәхмәтуллина (уҡытыусыһы Минира Тәлғәт ҡыҙы Ҡунаҡҡолова) һәм 11-се класс уҡыусыһы Элиза Ниғәмәтуллина (уҡытыусыһы Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова) бәйге призерҙары булып, Маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр алып ҡайттылар. Ярыш сәме беҙҙең уҡыусыларҙы ташламай: киләһе йылдарҙа ла улар үҙ ныҡышмалылығын күрһәтергә ышаныс белдерҙе. Олимпиада призерҙарын ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, уларға тағы ла юғарыраҡ уңыштар теләйбеҙ.

Шул уҡ көндәрҙә сыуаш теленән дә республика олимпиадаһы үтте. Унда ла беҙҙең Васильевка мәктәбе уҡыусылары уңышлы сығыш яһаны. 9-сы класс уҡыусылары Маргарита Филиппова менән Наталья Карюгина туған телдәрен яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. Маргарита призлы урын яулап Маҡтау грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Ҡыҙҙарҙың уҡытыусылары Венера Елизаровна Иванова уҡыусылары менән ғорурлыҡ тойғолары кисереүен хәбәр итте.

Ошо ыңғайҙан ауыл мәктәптәрендә олимпиада хәрәкәтенең һүрәнләнеп ҡалыуын билдәләп китергә кәрәктер. 9-сы кластар араһынан был бәйгегә башҡорт мәктәптәре балалары күпләп сыға ала, тип уйлайбыҙ. Мөмкинлектәрҙе алдан ҡарап, йыл әйләнәһенә әҙерләнгәндә, конкурсҡа сығырға мөмкин. Тәжрибә уртаҡлашып, киләһе йылдағы бәйгеләргә хәҙерҙән нигеҙ һала башларға кәрәк. Шунда уңыштар тағы ла мулыраҡ булыр.

Автор:Гөлнур АҘНАБАЕВА, ҡала-район мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: