Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Ғинуар 2023, 14:00

Балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү

16 декабрь көнө Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһында ҡала масштабында балаларҙы әхлаҡи-патриотик тәрбиәләү темаһына семинар уҙҙы. Сараға ҡалабыҙҙың 18 балалар баҡсаһынан тәрбиәселәр килде.

Балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү
Балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү

Мәктәпкәсә йәштәге әҙерлек-өлкәндәр һәм уртансылар төркөмө балалары ҡатнашлығында үҙем яҙған сценарий буйынса “Әсәй көтә улын” тамашаһын сәхнәләштерҙек.
Тамашала әсәй зарығып һуғышҡа оҙатҡан ғәзиз улынан ҡош телендәй генә хәбәр көтә. Берҙән-бер көндө уға өсмөйөшлө хатты тотоп һәм балаларҙы эйәртеп хат ташыусы булып эшләгән килене ҡайтып инә. Балалар ошолай оло инәй-бабайҙар йәшәгән йорттарға барып күңелдәрен күтәрергә, кәрәк икән, ярҙам да итергә тырышыуҙарын белдерҙе.
Музыка етәксеһе Нурия Шайморат ҡыҙы Ғәлләметдинова шөғөлләнгән балалар башҡорт халыҡ бейеүе “Гөлнәзирәне” башҡарҙы, бәләкәйерәк ҡыҙҙарыбыҙ силәктәрен тотоп бик оҫта бейене. Боронғо йырлы-бейеүле “Наза” уйынында ла ихлас ҡатнашты улар.
Өләсәй балаларға Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән 112-се һәм 113-сө Башҡорт атлылар кавалерия дивизияһы тураһында ҡыҫҡаса һөйләп ишеттергәндән һуң малайҙарыбыҙ дәртләнеп “Шайморатов генерал” йырын йырланы.
Искәндәр Килмөхәмәтов “Мин саф башҡорт” ( Нәркәс Ҡәйепҡолова), Мөхәммәтсәлим Баһаутдинов “Дуҫлыҡ илендә” (Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина) , Алина Ғәббәсова “Туған телем”( Ынйы Мөкминова), Таңһылыу Рәхмәтуллина “Туған ил” (Ҡадир Даян) башҡарыуҙарында шиғырҙар яңғырап торҙо.
Тамаша аҙағында өләсәй шатландырып, илһамландырып, тағын да улының иҫән-һау ҡайтыуын көтөргә дәрт өҫтәгәндәре өсөн балаларға рәхмәттәрен яуҙырҙы.
Семинарҙың икенсе өлөшөндә мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәсеһе Вәсилә Нәғим ҡыҙы Хөсәйенова “Балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреүҙә ата-әсәйҙәрҙең роле” тураһында сығыш яһаны.
Рәсилә Сәғит ҡыҙы Ибәтуллина һәм Элиза Сәғир ҡыҙы Нәбиуллина эшләгән Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған күргәҙмә менән балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Светлана Ғайса ҡыҙы Хәйруллина таныштырып, әхләки-патриотик тәрбиә эшен нисек алып барылыуы тураһында сығыш яһаны.
Беҙҙең балалар баҡсаһында әхләҡи-патриотик тәрбиә иң мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
Башҡорт халҡының көнкүрешен, тарихын, ауыҙ-тел ижадын, милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрне өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Халҡыбыҙ йолалары, байрамдары аша кескәйҙәр күңеленә йәшәйеш ҡағиҙәләре, әхлаҡ-әҙәп, иман төшөнсәләре, хеҙмәт һабаҡтары еткерелә.
Бәләкәс саҡтарынан уҡ беҙ балаларға изгелек, шәфҡәтлек, миһырбанлыҡ, тырышлыҡ нигеҙе һалғанда ғына Тыуған илен ихлас һөйгән патриот тәрбиәләүебеҙгә ышана алабыҙ.
Балаларҙы халҡыбыҙҙы алға әйҙәүсе, рухлы итеп тәрбиәләүҙә һәр оло кеше үҙен бурыслы итеп тойһон һәм кескәйҙәребеҙ һау-сәләмәт булһын!

 

Фотолар автор архивынан

Балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү
Балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү
Балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү
Балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү
Балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү
Автор:Әлфиә ӘХМӘТОВА, «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: