Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Декабрь 2022, 13:00

Уҡыусылар уңыш үҫтерә

Ошо көндәрҙә Петровский ауылы мәктәбендә районда беренсе агрокласс асылды. Республикала бындай эш тәжрибәһе бар. Бындай кластарҙы булдырыуҙың маҡсаты – уҡыусыларҙа аграр һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың тәғәйенләнеше, асылы тураһында тейешле белем биреү.

Уҡыусылар уңыш үҫтерә
Уҡыусылар уңыш үҫтерә

Агрокласты асыу тантанаһына Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева, Башҡорт дәүләт аграр университетының социаль-иҡтисади һәм гуманитар дисциплиналар кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, һөнәри йүнәлеш биреү буйынса белгес Әлиә Атажанова, Ишембай районы хакимиәте вәкилдәре, урындағы ауыл хужалығы эшҡыуарҙары, мәктәп директорҙары ҡатнашты.

- Республикала агрокластар проектын булдырыу идеяһы аграр университетында ике йыл самаһы элек барлыҡҡа килгәйне. Ул ваҡытта университет уҡытыусылары ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре менән берлектә ауыл мәктәптәренә барып ауыл хужалығы, унда эшләүҙең ни тиклем абруйлы булыуы тураһында һөйләне, - тине Ләлә Дәүләтбаева. – Ә бөгөн проект һөнәри йүнәлеш биреү генә түгел, ә ауыл хужалығы өсөн профилле белгестәр әҙерләү сараһы ла булып тора. Петровск ауылы мәктәбендә лә ошондай профилле агрокласс асыла, унда уҡыусылар ауыл хужалығы нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Бында Лейтер крәҫтиән-фермер хужалығы һәм “Победа” яуаплылығы сикләнгән
йәмғиәтенең производство майҙансыҡтары булыуы ла беҙгә бик ҡиммәт.

Мәктәптә уҡыусылар ауыл хужалығы культураларын үҫтереү, малдарҙы ҡарау, айти-программалар менән эшләүҙең теоретик нигеҙҙәрен өйрәнәсәк, ә база хужалыҡтарында практика үтәсәк. Беҙҙең төп бурыс - уҡыусыларҙың киләсәктә университетты йәки колледжды тамамлағандан һуң үҙ районына эшкә ҡайтыуы. Министрлыҡ яғынан уҡытыусылар һәм уҡыусылар тулы методика менән тәьмин ителә, шул иҫәптән дөйөм дәүләт имтиханына һәм Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү, профилле колледждарға һәм университеттарға инеү өсөн дә. Агрокласты тамамлаусыларға күп өҫтөнлөктәр бирелә – юғары уҡыу йорттарына инеү һәм уны тамамлағас эшкә урынлаштырыу, 850 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған түләүҙәр алыу, йәш белгестәр өсөн республика һәм федераль программалар иҫәбенә торлаҡ алыу һәм төҙөү мөмкинлеге, карьера үҫеше. Сара барышында ҡунаҡтар “Йәшелсә культураларын ултыртыу” дәресен ҡараны, уны 3-сө класс уҡыусылары менән биология уҡытыусыһы Марина Шурыгина үткәрҙе.

- Бөгөнгө дәресте мин үҙем уҡытмаған балалар менән үткәрҙем, уҡыусылар оҡшаны, дәрестә бик әүҙем эшләнеләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Бер нисә йылдан юғары кластарҙа уҡыясаҡ уҡыусылар менән киләсәктә тәжрибәләр үткәреү һәм алынған белемде практикала ҡулланыу мөмкинлеге булыуы ҡыуандыра. Биология фәненең мәктәптә генә өйрәнелеп ҡалмауын, ә уҡыусыларға көнкүрештә лә файҙа килтереүен теләйем. Өлкән класс уҡыусыларына мин үҙҙәренең баҡсаларында картуф, һуған йәки башҡа культуралар ултыртып, уларҙың уңышлылығын арттырыу өсөн төрлө технологиялар ҡулланып, тәжрибәләр үткәреп үҫтерергә кәңәш итәм. Уларҙың эштәре килеп сығыуы ҡыуаныслы. Мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса советнигы Татьяна Жиляева билдәләүенсә, аграр эштең нигеҙҙәрен өйрәнеүҙе өсөнсө кластар мәктәптә уҡыуҙың беренсе йылында уҡ башлаған, тип әйтергә була.

- Биология уҡытыусыһы программа сиктәрендә башланғыс һәм урта кластар звеноһы араһындағы күсәгилешлелеккә эксперт булараҡ саҡырылғайны, - тине Татьяна Николаевна. – Ни өсөн беҙ бөгөнгө дәрес өсөн нәҡ был класты алдыҡ? Сөнки уларҙың былтыр уҡ агрономияға ҡыҙыҡһыныуы һиҙелгәйне. Уҡыусылар класс етәкселәре менән бергәләп үҙҙәре борос һәм сәскәләр үҫтерҙе, миҙгел дауамында уларҙың нисек үҫеүен күҙәтте. Әгәр ҙә баланың бәләкәй саҡтан уҡ ошондай ҡыҙыҡһыныуы булһа, уны артабан үҫтерергә мөмкин һәм кәрәк тип уйлайым. Өсөнсө класс уҡыусыһы Нурислам Хөснөтдинов Алмалы ауылынан, күп балалы ғаиләлә үҫә. Петровск мәктәбенә ул агрономия менән ныҡлы шөғөлләнеү өсөн йөрөп уҡый.

- Бөгөнгө дәрес бик оҡшаны. Мин тәүге тапҡыр үҙем орлоҡ сәстем. Марина Геннадьевна һорауҙар биргән саҡта күптәренең яуаптарын белә инем, мәҫәлән, орлоҡтарҙан уңыш алыу өсөн тупраҡ, яҡтылыҡ, йылылыҡ, һыу кәрәк. Ә дәрестә мин орлоҡтарҙы тейешле тәрәнлектә ултыртыу, улар араһында күпме аралыҡ ҡалдырыу тураһында белдем. Ҙур үҫкәс мин агроном булырға теләйем, - тине уҡыусы.

Ошо уҡ көндө түңәрәк өҫтәл ултырышында сарала ҡатнашыусылар райондың мәктәп директорҙары менән киләсәктәге эштәр тураһында фекер алышты.


Автор фотолары.

Уҡыусылар уңыш үҫтерә
Уҡыусылар уңыш үҫтерә
Автор:Ольга Валитова
Читайте нас: