Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Декабрь 2022, 15:00

Яңы йылға уҡыусыларға бүләк

Бөгөн Ишембайҙа тантаналы рәүештә ике район мәктәбенә яңы автобус асҡыстары тапшырылды.

Яңы йылға уҡыусыларға бүләк
Яңы йылға уҡыусыларға бүләк

- Яңы йыл алдынан бүләктәр ҡабул итәбеҙ. Ишембайға тағы ике яңы мәктәп автобустары килде. Ике көн элек уларҙың асҡыстарын беҙгә республика башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Бөгөн иһә беҙ асҡыстарҙы Яңы Әптек һәм Әхмәр мәктәптәре директорҙарына бирәбеҙ. Һуңғы өс йыл эсендә беҙ яңы 10 мәктәп автобусын алдыҡ, - тип хәбәр итте муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов.

Яңы Әптек мәктәбе директоры Зөлфиә Үмәрғәлина белдереүенсә, ауылда күпселек балаларҙың иртәһе мәктәп автобусында йөрөүҙән башлана, шуға ла ата-әсәләрҙең күңеле тыныс булһын өсөн был техниканың уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә булыуы мөһим.

- Тәлғәт Ғилфанов Яңы Әптек мәктәбендә ун йыл водитель булып эшләй. Ул һәр көн иртән күрше Әптек ауылынан 20 баланы мәктәпкә алып килә, дәрестәрҙән һуң өйҙәренә алып бара. Яңы Әптек мәктәбендә бөтәһе 120 бала уҡый. 2019 йылда капиталь ремонттың беренсе этабы эшләнде. Бинаның фасадын ремонтларға планлаштырабыҙ. Бөгөн иһә беҙ яңы, ҙур, заманса автобусыбыҙға ҡыуанабыҙ һәм республика башлығы Радий Хәбировҡа, муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғоловҡа рәхмәтлебеҙ, - тип уртаҡлашты Зөлфиә Винер ҡыҙы.

Әхмәр мәктәбе директоры Гүзәлиә Ҡотошева ла уның һүҙҙәре менән килешә.

- Беҙҙең мәктәптә талантлы, һәләтле балалар уҡый. Улар спорт менән шөғөлләнә, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Яңы автобус беҙгә спорт ярыштарына, конкурстарға сығыу өсөн яңы мөмкинлек бирәсәк, - ти ул.

Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Илфат Насыров туғыҙ йыл мәктәп автобусын йөрөтә. Ете йыл - Ҡанаҡайҙа, хәҙер Әхмәр мәктәбендә эшләй.
- Эшебеҙ ҙур яуаплылыҡ талап итә, үҙ үҙенсәлектәре бар, һәр бала өсөн яуаплыбыҙ. Юлдарҙа ныҡлы боҙлауыҡ булғанда сыҡмайбыҙ. Яңы автобусҡа водителдән тыш ун бала, бер оҙатып барыусы ултыра ала. Яңы йыл алдынан яңы техника алыуы бигерәк ҡыуаныслы, - тип уртаҡлашты Илфат.


Автор фотоһы.

Яңы йылға уҡыусыларға бүләк
Яңы йылға уҡыусыларға бүләк
Яңы йылға уҡыусыларға бүләк
Яңы йылға уҡыусыларға бүләк
Яңы йылға уҡыусыларға бүләк
Яңы йылға уҡыусыларға бүләк
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: