Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Декабрь 2022, 13:00

Уҡыусылар завод тормошо менән танышты

Ошо көндәрҙә Кинйәбулат урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары мәктәп директоры Шайморат Ғиниәтуллин етәкселегендә Салауат ҡалаһындағы “Өфөгидромаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә экскурсияға барҙы.

Уҡыусылар завод тормошо менән танышты
Уҡыусылар завод тормошо менән танышты

Уҡыусылар был сәфәрҙе дәррәү ҡабул итте, сөнки “Өфөгидромаш” заводы тураһында улар дәрестәрҙә ишетеп беләләр ине. Салауат ҡалаһына мәктәп автобусы менән барҙыҡ. Унда беҙҙе Фәниә Фәрит ҡыҙы Йәнбирҙина оло ҡунаҡтай матур итеп ҡаршы алды, ҡыҙҙар һәм малайҙарға завод тормошо тураһында һөйләне. Уҡыусыларҙың иғтибарын бигерәк тә заводтың ҙурлығы, шул уҡ мәлдә таҙалығы, тәртип, эшселәрҙең күплеге, һәр береһе матур кейемдә үҙҙәренең эш урынында булыуы йәлеп итте. Завод етәксеһе Әнүәр Шәрәфулла улы Йәнбирҙин уҡыусыларҙы завод, бында етештерелгән әйберҙәр менән таныштырҙы. Уның һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һөйләүҙәренән, һорауҙарға ентелекле яуап ҡайтарыуҙарынан сығып бында үҙ эштәренең оҫталары икәнлеген ышаныслы әйтергә була.

Экскурсия заводтың офис өлөшөндә дауам итте. Егермеләгән өҫтәл артында ултырған белгестәр төрлө роботтар, асҡыстар етештереү, уйлап табыу менән мәшғүл. Уҡыусылар роботтоң үҙен күреп иҫтәре китте.

Кинйәбулат урта мәктәбе уҡыусылары ҡышҡы каникулдар алдынан ошондай ҡыҙыҡлы сәйәхәт ҡылып, хәтерҙәрендә ҡалырлыҡ тәьҫораттар тупланы, завод етәкселегенә, хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар теләне. Завод етәкселеге иһә уҡыусыларға рәхмәттәр әйтеп, Яңы йыл бүләктәре тапшырып, “Өфөгидромаш” тигән яҙыулы сәй сынаяҡтары бүләк итеп оҙатып ҡалды.


Автор фотолары.

Уҡыусылар завод тормошо менән танышты
Уҡыусылар завод тормошо менән танышты
Уҡыусылар завод тормошо менән танышты
Автор:Азамат ҒИНИӘТУЛЛИН, тарих уҡытыусыһы.
Читайте нас: