Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Декабрь 2022, 13:00

Уҡытыусылар династияһы тәбрикләнде

Башҡортостанда “Иң яҡшы педагогик династия” төбәк-ара конкурсы үтте.

Уҡытыусылар династияһы тәбрикләнде
Уҡытыусылар династияһы тәбрикләнде

Бәйгелә өс номинацияларҙың береһе булған “Быуаттан быуатҡа” номинацияһында дүрт быуын педагогтарын үҙ эсенә алған һәм әлеге көндә лә уларҙың вәкилдәре йәки быға тиклем белем биреү ойошмаларында эшләгән династиялар ҡатнашты. Икенсе урынды Ишембайҙан 530 йылдан ашыу педагогик стажға эйә булған Фәйзуллиндар-Сәғәҙиевтарҙың уҡытыусылар династияһы яуланы. Уға 1916 йылда уҡытыусы һөнәрен һайлаған Һиҙиәтулла Сәғәҙиев нигеҙ һалған. Һуңынан ул БАССР мәғариф комиссары (хәҙергесә мәғариф министры) булып эшләй, ләкин 1937 йылда Һиҙиәтулла Сибәғәтулла улын репрессиялайҙар, ә аҙаҡ атыуға хөкөм итәләр. Фәйзуллиндар-Сәғәҙиевтар династияһы вәкилдәре Этҡол, ТирмәнЙылға, Һайран, Юлдаш, Әхмәр, Ҡанаҡай, Ишәй мәктәптәрендә, 1-се мәктәп-интернатта (хәҙер Волга буйы федераль округының кадет корпусы), Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында, Ишембайҙың киске мәктәбендә, 17-се мәктәптә уҡытҡан.

Хәҙер ғаилә традицияларын өс апалы-һеңлеле дауам итә: Ишембай һөнәри колледжының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Ғарифуллина, 16-сы мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Фәйзуллина һәм Гүзәлиә Фәйзуллина, ул шулай уҡ балаларҙы 2-се башҡорт гимназияинтернатында инглиз теленә өйрәтә. Уларҙың тәүге икәүһе конкурсҡа үҙҙәренең педагогик династияһы тураһында материалдар тапшырҙы ла инде. Еңеүселәр һәм призерҙар “Торатау” конгресс-холында бүләкләнде.


Фото Миләүшә Ғарифуллина архивынан.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: