Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Ноябрь 2022, 13:00

Ғәлиә – еңеүсе!

Ошо көндәрҙә Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы уҙҙы. Унда республиканың төрлө белем усаҡтарынан утыҙҙан ашыу уҡыусы һәм фольклор коллективтары саҡырылды.

Ғәлиә – еңеүсе!
Ғәлиә – еңеүсе!

2022 йылғы бәйгелә ҡатнашыусы 136 уҡыусы араһында яҡташыбыҙ – Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова Гран-при яуланы. Тырыш ҡыҙ 6-сы кластан бәйгелә ҡатнашып килә. Тәүге йылда уҡ ул беренсе урынға лайыҡ була - 4500-ҙән ашыу юлдан торған “Урал батыр” эпосын тулыһынса яттан һөйләй.

Ошо көндәрҙә Ғәлиә Шәрипова һәм уны йыл да республика бәйгеһенә әҙерләп алып барыусы гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова менән күрешеп, әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.

- Фаягөл Тимербай ҡыҙы, быйылғы конкурстың үҙенсәлектәре тураһында һөйләп үтегеҙ әле.

- Пандемия арҡаһында 2020 йылдан алып “Урал батыр” эпосын башҡарыусылар конкурсы онлайн форматта үткәрелде. Еңел генә видеоға төшөрөп ебәрҙең дә
ҡуйҙың түгел, ҡабат-ҡабат төшөрөргә, монтаж эшләргә тура килә, ҙур күләмле видеоны ебәреүе үҙе бер мәшәҡәт. Уҙған йыл бәйге тураһында һуң ғына белеү сәбәпле, эпосты тулыһынса төшөрөп ебәреп өлгөрмәнек, шул сәбәпле Гран-принан ҡолаҡ ҡаҡтыҡ. Быйыл июнь айында Ғәлиәнең тулыһынса эпосты яттан һөйләгәнен төшөрөп, конкурсҡа ебәрҙек. Видео ике сәғәттән ашыу бара. Һөҙөмтәһен оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Һәм, ниһайәт, октябрь айында беҙҙе Өфөгә бүләкләүгә саҡырҙылар. Унда Ғәлиәгә ете мең һумлыҡ сертификат һәм “Урал батыр” китабын тапшырҙылар, миңә, абсолют еңеүсе әҙерләгән уҡытыусы булараҡ, Рәхмәт хаты менән телескоп бирҙеләр. Бүләкләү мәлендә сәсәниә Розалия Солтангәрәева эпосты башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Үҙебеҙгә өлгө булырлыҡ миҫал алдыҡ – шуныһы бигерәк ҡыуаныслы булды.

“Урал батыр” эпосын башҡарыусылар конкурсы ике категория буйынса үтә. 5-7-се класс уҡыусылары кәмендә 1100 юл, 8-11-се кластар 3500 юл ятларға тейеш. Положениеға ярашлы, 2018 йылға тиклем бер уҡытыусы бәйгегә сәхнәләштереүҙә ҡатнашыу өсөн дүрт уҡыусы алып бара ала ине, шуларҙың береһе генә яңғыҙы сәхнәнән эпосты һөйләй алды. Хәҙер конкурс шарттары үҙгәрҙе.

2011 йылда беренсе тапҡыр башҡорт кадет корпусы уҡыусыһы Ислам Төхвәтуллинды әҙерләп алып барҙым. Конкурста ул 3-сө урын алды. 2012 йылда Ислам – 1-се, 2013 йылда Гран-при алды. 2014-2015 йылдарҙа уҡыусым Гөлфрүз Хисмәтуллина менән ҡатнашып, 2016 йылда Гран-при яуланыҡ. Уға алмашҡа уҡыусым Гөлсәсәк Шәрипова үҫте. Уны мин 6-сы кластан әҙерләй башланым. 2017 йылда тәүге тапҡыр ҡатнашһа, 2018 йылда Гран-при алыуға өлгәште. 2019 йылда конкурс Ишембай районында уҙҙы. Унда Ғәлиә Шәрипова лайыҡлы сығыш яһаны.

- Фаягөл Тимербай ҡыҙы, Ғәлиәгә алмаш үҫеп киләме?

- Кинйәкәй ауылы ҡыҙы, 6-сы класс уҡыусыһы Яҙгөл Хәйруллина былтыр Ишембайҙа ойошторолған “Урал батыр вариҫтары” конкурсында Гран-при алды. Әле уға эпосты тулыһынса ятлайһы бар. Иң мөһиме – теләге, дәрте көслө. Шулай уҡ быйыл ғына Көҙәндән гимназияға уҡырға килеүсе Зәлиә Рәхмәтуллина ла бик рухлы ҡыҙ. Ул былтыр “Урал батыр вариҫтары” район конкурсында беренсе урын алғайны.

- Тимәк, ишембайҙар йыл да призлы урын йә Гран-при яулай. Был йәһәттән тағы ниндәй район уҡыусылары беҙгә тиңләшерлек?

- Учалы, Бөрйән райондары, Күмертау ҡалаһы уҡыусылары лайыҡлы сығыш яһай.

- Ғөмүмән, эпосты ятлау ауырмы?

- “Урал батыр” эпосын ятлау өсөн ниндәйҙер эске күңел талабы, ынтылыш кәрәк. Былай ғына ятлайым әле тип ятлап булмай. Ғәлиә Шәрипова, мәҫәлән, эпосты тулыһынса ай ярымда ятланы. 6-сы класс балаһы өсөн был аңға һыймаҫлыҡ хәл. Гөлсәсәк Шәриповаға эпосты ятлау ауыр бирелде. 6-сынан алып 8-се класҡа тиклем көн дә дәрестәрҙән һуң ҡала торғайныҡ. Ислам менән Гөлфрүз еңел ятланы. Бынан тыш артислыҡ һәләте, тауыш, йырлай белергә кәрәк. Был йәһәттән Ғәлиә менән эшләүе еңел булды, сөнки ул думбыра сиртә, мандолинала уйнай. Ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында халыҡ музыка ҡоралдары түңәрәге етәксеһе Айгөл Минеғоловаға бик рәхмәтлемен: ул минең уҡыусыларҙы бәйгегә әҙерләшеп көй һайлай, музыка инструменттарында уйнарға өйрәтә. Мөмкинселектән файҙаланып, Ғәлиә Шәрипованың атай-әсәһенә лә рәхмәт белдерәм. Бер ваҡытта ла “Балабыҙҙы уҡыуынан бүләһегеҙ”, тигәндәре булманы. Уларҙың ризалығы менән эшләйбеҙ.

- Ғәлиә, һинең ҡарашҡа “Урал батыр” эпосын башҡарыусылар конкурсында ҡатнашыу нимә бирә?

- Беренсенән, Башҡортостаныбыҙҙың матур ерҙәрен күреү мөмкинлеген бирә. Икенсенән, бер ерҙә республиканың төрлө райондарынан рухлы башҡорт балалары ҡатнаша, тимәк, үҙ-ара танышыу, аралашыу, берҙәмләшеү урыны ла. Өсөнсөнән, эпосты һөйләп кенә ҡалмайһың, сәхнәләштереүҙә ҡатнашаһың, сәмләнеп, рухланып йөрөп ҡайтаһың. “Урал батыр” ул беҙҙең халҡыбыҙҙың быуындан быуынға күсә килгән хазинаһы, уны ятлаған саҡта үҙ халҡың менән яҡындан танышаһың, үҙең өсөн яңы асыштар, фекерҙәр алаһың. 7-се кластан һуң мине “Йәйләү” лагерына ебәрҙеләр. Был бәйгелә ҡатнашыу, урын алыу минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, яңы юлдар аса.

- Һин гимназияла нисәнсе кластан уҡыйһың? 11-се класс уҡыусыһы булараҡ ниндәй йүнәлеш буйынса артабан уҡыуыңды дауам итергә уйлайһың?

- Башланғыс кластарҙы тыуған ауылым Һайран мәктәбендә уҡыным, Әнүәр Ниғмәтуллин етәкселегендәге ансамблгә йөрөнөм. 5-се класҡа гимназияға уҡырға килдем. Былтыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеү яуланым. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн инглиз теле һәм тарих фәндәрен һайланым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тыш, тарих, төрөк теле дәрестәрен яратам. “Урал батыр” эпосының бер өлөшөн төрөк телендә ятланым.

- Фаягөл Тимербай ҡыҙы, “Урал батыр”ҙы өйрәнеүгә мәктәптәрҙә тейешенсә иғтибар бүленәме?

- Элек-электән конференцияларҙа “Урал батыр” эпосын 5-се кластан өйрәнеү мәсьәләһен күтәрә киләбеҙ. Өлөшләп-өлөшләп уҡып, 9-сы класҡа уны тулыһынса өйрәнеп бөтөр инек. Ә бит әлеге ваҡытта 9-сы класта “Урал батыр”ҙы өйрәнеүгә ике генә сәғәт ваҡыт бирелә. Был арауыҡта уның йөкмәткеһен дә уҡып өлгөрмәйһең, ә бит уның дауамы тип һаналған “Аҡбуҙат” эпосы бар. Был эпос бөтөнләй уҡыу программаһында юҡ. “Урал батыр” эпосы ЮНЕСКО тарафынан халыҡ-ара шедевр тип һанала, унда беҙҙең халҡыбыҙҙың бөтә рухи күңеле, донъяһы, менталитеты асыла. “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ”, “Кеше булһын затығыҙ” тигән васыяттар еткерелә. Бала был юлдарҙы ятлап ҡына ҡалмай, күңеленә һала. Ә бит беҙҙә ҡырҡлаған эпос бар. Меңәрләгән юлды халҡыбыҙ һүҙмә-һүҙ тапшырып беҙҙең көнгә тиклем килтереп еткереүҙәре үҙе бер феноменаль, уникаль күренеш. Һәр бер башҡорт балаһы “Урал батыр” эпосын белергә тейеш.

- Мәртәбәле еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ!


Фото Фаягөл Әмирханова архивынан.

Ғәлиә – еңеүсе!
Ғәлиә – еңеүсе!
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: