Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Октябрь 2022, 13:00

“Елкән” дуҫтарын йыя

Бына яңы уҡыу йылының тәүге айҙары ла үтеп китте. Бар көстө уҡыуға биреп, ең һыҙғанып уҡыр мәлдәр етте. Ләкин алтын көҙҙөң матурлығы, тәбиғәттәге бер туҡтауһыҙ барған үҙгәрештәр, көҙгө моңһоулыҡ күңелдәрҙе тирбәтеп ебәрә, уҡыуҙан тыш, тағы ниндәйҙер асыштар яһарға, күңел бушағансы яҙышырға, хыял итергә, матурлыҡ, күңелдәге яҡты уйҙар менән уртаҡлашырға теләк тыуа.

“Елкән” дуҫтарын йыя
“Елкән” дуҫтарын йыя

Был тойғоно ябай ғына итеп көҙгө нағыш тиергә була. Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы булған кеүек, кеше күңеленең дә үҙ осоро, кисерештәргә бай мәлдәре була. Бына шундай саҡта тыуа ла инде ул матур йырҙар, шиғырҙар, һүрәттәрҙәге ҡабатланмаҫ образдар... Был – ижад ҡомары. Уның ялҡыны биләп алдымы, ҡәләмгә ҡул үҙе ынтыла, ғәжәйеп юлдар яҙыла, сағыу буяуҙар тормошто йәнләндерә. Илһамың килеп ярҙарына ҡаға, тимәк, елкәнде күтәрергә һәм ижад иленә юлға сығырға ҡала. Ижад тулҡындарын ярып, алға барыу – ул батырлыҡ, башҡаларҙы шул сихри донъяға әйҙәү – матурлыҡ өләшеү. Ә беҙ беләбеҙ: матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тигән бөйөк рус яҙыусыһы. Шуға “Елкән” кескәй дуҫтарын ижад иленә саҡыра, үткән йылдағы һымаҡ, “Елкән “ биттәрендә осрашайыҡ! Беҙҙең яҙышыр һүҙҙәребеҙ, әйтер теләктәребеҙ күп, уртаҡ хыялдар менән янып йәшәгән мәлдәребеҙ. Шул яҡты тойғоларыбыҙҙы берләштерһәк, беҙ көслө булабыҙ, сөнки берҙәмлектә – көс. Бына шулай ижадтың көсөн инде татып та өлгөрҙөк. Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының ике ҡыҙы еңеү яуланы. 11-се класс уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова мәшһүр “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында республика балалары араһында Гран-приға лайыҡ булды. Ә сентябрь айында Таңсулпан Ғарипова иғлан иткән ижади конкурста 8-се класс уҡыусыһы Нурзилә Шаһабутдинова еңеүсе булды, Сибай ҡалаһына барып, ҙур бәйгелә еңеүен яҡланы. Ул яҙған хикәйә барыһына ла оҡшаған. Бына шулай ижад кешене алға әйҙәй. Киләсәктә лә “Елкән” һәр кемгә юл ярыр, уҡыу йорттарына ингәндә ярҙам итер. Шуға ижад карабына ашығығыҙ, “Елкән” юлға сыға!

 

Фото: https://vk.com/education.bashkortostan һәм https://vk.com/id134824383

 

“Елкән” дуҫтарын йыя
“Елкән” дуҫтарын йыя
“Елкән” дуҫтарын йыя
“Елкән” дуҫтарын йыя
“Елкән” дуҫтарын йыя
Автор:
Читайте нас: