Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Октябрь 2022, 18:00

Студенттар илһөйәр рухта тәрбиәләнә

7-10 октябрҙә Ишембай һөнәрселек колледжында Башҡортостан мәҙәниәте аҙналығы уҙҙы.

Студенттар илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Студенттар илһөйәр рухта тәрбиәләнә

Студенттар араһында башҡорт теленән олимпиада, һүрәт төшөрөү конкурсы ойошторолдо. Шулай уҡ, һәр йылдағыса, беренсе курс студенттары милли аштар күргәҙмәһен әҙерләне. Һәр төркөм үҙ өҫтәлен тәҡдим итте. Улар милли аштар төрлөлөгөнән һығылып торҙо.

Аҙналыҡ сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнап байрам концерты ла ойошторолдо. Колледж һандуғасы - Ләйсән Зиннур ҡыҙының йыры тамашасыларҙың күңелен көҙгө матурлыҡты данлап тибрәтте. Ә килгән ҡунағыбыҙ - 19-сы мәктәптең 1 класс уҡыусыһы Ирәндек Ғәйнуллин башҡарыуында "Рәсәй, алға!" йыры бөгөнгө көндә бик әһәмиәтле булып, уҡыусыларҙа патриотик рухты күтәреп ебәрҙе.

Заманса йүнәлешле "Dance way" студияһының бейеүселәре лә байрамға мәртәбә өҫтәне. Шулай уҡ балалар (үҫмерҙәр) ижад һарайы уҡытыусыһы Минеғолова Айгөл Әнүәр ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре ҡурай моңдары менән күңелдәрҙе елкендерҙе.

Егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың киләсәге ышаныслы булһын өсөн ошондай әһәмиәтле, рухи саралар беҙҙең тормошобоҙҙа бик кәрәк.

 

Автор фотолары

Студенттар илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Студенттар илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Студенттар илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Студенттар илһөйәр рухта тәрбиәләнә
Автор:Венера НӘБИУЛЛИНА
Читайте нас: