

Бер төркөм педагогтар муниципаль район хакимиәтенең һәм мәғариф идаралығының Почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
- Үҙем 30-сы "Лесовичок" балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләйем, мәғариф өлкәһендә стажым - 27 йыл. Бөгөн Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре тигән исем алыуым - эшемдәге тырышлығым өсөн ҙур күрһәткес, - тип ихлас уртаҡлашты Римма Ғафарова. - Коллегаларыма еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем. Байрамыбыҙ ҡотло булһын!
Автор фотолары һәм видеоһы