Мәғариф
5 Октябрь 2022, 12:30

Рәхмәт һеҙгә, Уҡытыусым!

.

Рәхмәт һеҙгә, Уҡытыусым!Рәхмәт һеҙгә, Уҡытыусым!
Рәхмәт һеҙгә, Уҡытыусым!

Иҫемдә алтын hуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр hалдың
Бәләкәc йөрәгемә.

Бала саҡ нимә ул? Ул - вайымһыҙлыҡ, ҡыуаныс һәм киләсәктең яҡты һәм шатлыҡлы булыуына һәм уның тулыһынса беҙҙән тороуына ышаныу. Тәүге мәктәп йылдары ошондай инаныу менән айырылғыһыҙ бәйле, сөнки минең беренсе уҡытыусым беҙҙе ҡушырға, алырға, уҡырға ғына түгел, шулай уҡ үҙ өҫтөбөҙҙә эшләргә һәм маҡсаттар ҡуйырға өйрәтергә тырышты. Мине ата-әсәйем мәктәпкә бик иртә бирҙе, алты йәшем дә тулмағанда, тәү тапҡыр мәктәп партаһы артына ултырып, Әлифбаны астым. Был ғәжәп түгел, сөнки ата-әсәйем минең Байғужа урта мәктәбенең нәҡ Үмәрғәлина Бөртөк Усман ҡыҙы класында мәктәп юлын башлауымды теләне. Тәүге мәктәп көндәренән үк беҙҙең класс тәжрибәле уҡытыусы ҡулында булды: дәрестәр үтәсәк темаға тулыһынса сумып барҙы, һәр уҡыусы хөрмәтле уҡытыусы алдында яҡшыраҡ булырға тырышты. 1994 йылда, илебеҙҙәге ҡатмарлы осорҙа, интерактив дәрестәр тураһында һүҙ ҙә булманы, әммә Бөртөк Усман ҡыҙы ул саҡта ла беҙҙе ҡыҙыҡһындыра алды. Баһалар алыу иҫтә ҡалырлыҡ булды - көндәлектәге тамғалар урынына төҫлө геометрик фигуралар ине һәм һәр беребеҙ йондоҙҙар коллекцияһын (“5”-леләр) тупларға ынтылды. Экскурсиялар һәм гербарий өсөн япраҡтар йыйған саҡтарҙа уның беҙгә һөйләгәндәренән тыуған ауылыбыҙ һәм илебеҙ тураһында бик күп мөһим факттарҙы белдек. Дәрестәге һәр ҙур тема танылған ғалимдар, күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре тормошонан сағыу миҫалдар һәм беҙҙе ҡыйыу маҡсаттарға һәм эштәргә дәртләндереү теләге менән тулыланды. Бөртөк Усман ҡыҙы, уҡытыусы булараҡ, һәр беребеҙгә ҡарата алым таба алды һәм һәр беребеҙҙәге потенциалды тойомланы: минең күңелемдә тәрән шәфҡәтлелек тойғоһо күреп, табип һөнәренә иғтибар итергә кәңәш итте, Әлиә Исхаҡовала ул уҡытыусылыҡ һәләтен, Оксана Бабичовала буласаҡ менеджер өсөн мөһим булған аралашыусанлыҡ һәм әүҙемлекте күрҙе.

Бөртөк Усман ҡыҙы биргән белем һәм оҫталыҡ ярҙамында кластағы һәр уҡыусы тормош һынауҙарына әҙер булды. Шәхсән минең өсөн беренсе етди имтихан 4-се класта район кимәлендәге олимпиада булды. Беренсе урын яуламаным, әммә мөһим һабаҡ алдым - Бөртөк Усман ҡыҙы миңә еңеү түгел, ә ҡатнашыу һәм үҙ хаталарымды төҙәтеү теләге, өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмау мөһимлеген аңлатты. Ишембай ҡалаһының Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға инеү минең өсөн икенсе мөһим имтихан булды. Был имтиханды ла уңышлы үтеп, Ишембай ҡалаһының иң яҡшы мәктәптәренең береһенең уҡыусыһы булдым. Гимназияла һәм университетта «инженер-эколог» һөнәре буйынса артабанғы уңышлы уҡыуым башланғыс кластарҙа Бөртөк Усман ҡыҙы һалған төп белемгә нигеҙләнгәйне.
Башланғыс мәктәп һәм яратҡан уҡытыусыбыҙ менән хушлашыуыбыҙға 24 йыл үтте. Бөртөк Усман ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡты, ә беҙ төрлө мәктәптәрҙең 5-се кластары буйлап таралыштыҡ. Беҙҙең класҡа шундай шәп уҡытыусының хеҙмәт юлында сығарған һуңғы класына эләгеү бәхете тейҙе. Мәктәбебеҙҙең юбилей йылында бөтә класыбыҙ исеменән Бөртөк Усман ҡыҙы Үмәрғәлинаға тормошобоҙға индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө өсөн рәхмәт әйткем килә. Дүрт йыл эсендә ул беҙҙә мәғлүмәтте ала белеү һәм уны дөрөҫ файҙаланыу, дуҫлашыу һәм ышанысты баһалау, Тыуған илде һәм тыуған ерҙе яратыу һәләтен үҫтерә алды. Уға һәм уның ғаиләһенә оҙон ғүмер һәм һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!

Рәхмәт һеҙгә, Уҡытыусым!
Рәхмәт һеҙгә, Уҡытыусым!
Автор:Фирүзә ХИСМӘТУЛЛИНА (МЫРҘАГӘРӘЕВА). Мәскәү ҡалаһы.
Читайте нас