

Һуңғы осорҙа Ләлә Зиннәтулла ҡыҙы Шәрипованың төрлө йылдарҙа төрлө вазифалар биләүен, шул уҡ ваҡытта һәр эшендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүен иғтибар
менән күҙәтеп барҙыҡ. Ниһайәт, бөгөн уның менән күҙмә-күҙ осрашып, яҡындан аралашыуға форсат та сығып тора. Ләлә Зиннәтулла ҡыҙы яңыраҡ директор вазифаһына
тәғәйенләнгән 5-се туғыҙ йыллыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе, капиталь ремонттан һуң, 1 сентябрҙә үҙ ишектәрен асты. Уңған, тырыш һәм ҡыйыу яҡташыбыҙҙың мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеге, тәжрибә юлы 1999 йылда Өфө ҡалаһында башлана.
- 1999 йылда БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында башҡорт-рус бүлеген тамамланым. Ошо уҡ йылда Өфө ҡалаһының Дим
биҫтәһендә урынлашҡан 103-сө мәктәбендә башҡорт теле һәм Башҡортостан мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм тарихы предметтарын уҡыта башланым. Белем биреү учреждениеһында өс йыл эшләгәс, 102-се мәктәпкә эшкә саҡырҙылар. Был белем усағы ла Дим биҫтәһендә урынлашҡан, - тигән иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Ләлә Шәрипова. – Бында уҡытҡан сағымда мәғариф министрлығынан, 102-се рус мәктәбен башҡорт гимназияһына әйләндерергә, тигән бойороҡ килде. Ошо осорҙа мине милли мәғариф буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Минең бурысым – Дим районында йәшәгән ата-әсәләр менән туранан-тура бәйләнешкә инеп, уларҙың балаларын яңы асыласаҡ башҡорт гимназияһына йәлеп итеү ине. Йорттан-йортҡа йөрөп һөйләшеп, мәктәптә ата-әсәләр йыйылыштары ойоштороп, уларҙан ғаризалар яҙҙыртып бына ошо «Башҡорт гимназияһы» тигән статусты алыуға ирешелде.
Шулай итеп йәш белгес Дим районында 102-се башҡорт гимназияһын асыуҙа туран-тура ҡатнашып, артабан 2005 йылда «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк конкурсында лауреат исемен яулап, тыуған яғы Ишембайға йәшәргә күсеп ҡайта.
Иҫләһәгеҙ, ул саҡта туған телдәр буйынса директор урынбаҫары тигән вазифа була торғайны. Ҡаланың 16-сы мәктәбендә Ләлә Зиннәтулла ҡыҙына шунда уҡ ошо эште тапшырып та ҡуялар. Тәжрибәле педагог булараҡ бында ла ул ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеп өлгөрә, үҙ етәкселегенә ныҡлы терәк була.
- 2010 йылда миңә ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайына директор вазифаһын етәкләргә тәҡдим иттеләр. Өҫтәмә белем биреү учреждениеһында ете
йыл хеҙмәт иттем. 2018 йылдан ошо 2022 йылға тиклем 15-се мәктәптә завуч булып эшләнем, - тип һүҙен дауам итте яҡташыбыҙ. – Перегонный биҫтәһендә урынлашҡан 5-се мәктәпте капиталь ремонтҡа япҡас, бында 1 апрелдән директор булып килдем. Биш ай барышында ул 14 позиция буйынса яңыртылды.
Ремонт эштәренә туҡталып киткәндә, белем биреү учреждениеһының тулыһынса ҡыйығы, бина эсендәге электр, һыу үткәргестәре, йылытыу селтәрҙәре, канализацияһы яңыртылған. Шулай уҡ түбә, стеналар буялған, иҙәнгә янғын хәүефһеҙлеге буйынса сертификат менән линолеум түшәлгән. Беренсе ҡатында кафель йәйелгән. Тәҙрә, ишектәр яңылары менән алыштырылған. Шул уҡ ваҡытта кабинеттар өр-яңы шкафтар, өҫтәлдәр, парталар, ултырғыстар һәм таҡталар менән йыһазландырылған, интерактив комплексҡа тиклем техник ҡорамалдар ҡайтартылған.
- Барлыҡ эштәр ҙә «Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау» федераль программаһы сиктәрендә башҡарылды. Беҙҙең районда был проектҡа алты белем биреү учреждениеһы – 2-се, 5-се, 11-се, Көҙән, Кинйәбулат һәм Этҡол мәктәптәре ингән, - тигән ҡыуанысын еткерҙе директор. – 1957 йыл төҙөлгән бина бығаса бындай капиталь ремонт күрмәгән. Белем усағы күҙгә күренеп үҙгәрҙе, матурланды. Эске генә түгел, тышҡы инженер селтәрҙәре лә яңыртылды. Артабан мәктәп уратылып кәртәләнәсәк, тирә-яғына асфальт түшәләсәк.
Ысынлап та Перегонный уҡыусыларына тырышып белем алыу өсөн барлыҡ уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Әлеге ваҡытта мәктәп территорияһында балаларға спорт
майҙансығы эшләнә. Бина эсендә ҡыҙҙар өсөн «өй хужалығы» кабинеты яңы гарнитур, электр плитаһы, тегеү машинкалары менән йыһазландырылған. Бында буласаҡ хужабикәләр тәмле-татлы ашамлыҡтар бешерергә, матур ҡупшы кейемдәр тегергә өйрәнәсәк. Мәктәп ашханаһы башҡаларҙыҡынан бөтөнләй айырыла – заманса мобиль буфет йәйелдерелгән. Ашһыуҙы уҡыусыларға ҡалала урынлашҡан «Мария» кафеһынан әҙерләп килтерәләр. Ризыҡтар балаларға оҡшай, уларҙың атаәсәләре лә ҡәнәғәт.
- Тәүҙә генераль подрядсыбыҙ Мәләүез ҡалаһынан «Вавилон» төҙөлөш компанияһы ине. Улар тендерҙы субподрядсыға – Өфөлә урынлашҡан «Альфастрой» ойошмаһына тапшырҙы. Төҙөүсе егеттәр эште урынына еткереп намыҫлы башҡарҙы, - тип белдерә Ләлә Зиннәтулла ҡыҙы.
Туғыҙ йыллыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә әлеге көндә 129 бала уҡып йөрөй – улар барыһы ла Перегонныйҙан һәм Бурансынан. Бында кластарҙың һаны – берешәр.
- Беҙ икенсе йортобоҙ – туған мәктәбебеҙ өсөн бөтә коллектив менән шатбыҙ. 1 сентябрҙә балаларҙы матур, яҡты кластарға ҡабул итер алдынан, тантаналы рәүештә линейка үткәрҙек. Ремонт эштәрен атҡарып сығыуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүселәргә – мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Иҙиәтулла улы Исмәғилевкә, ошо уҡ учреждениеның тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре бүлеге хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтемде еткергем килә, - тигән теләген гәзит биттәре аша уртаҡлаша Ләлә Шәрипова. – Шулай уҡ муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡкоммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура үҫеше буйынса урынбаҫары Салауат Хәйретдиновҡа рәхмәтлемен, ул көн һайын тиерлек килде, эш барышын тикшерҙе һәм кәңәштәре менән ярҙам итте. Етәксе булараҡ бурысымды үтәнем, артабан уҡыусы балаларҙың белемен камиллаштырыу буйынса ең һыҙғанып эшләйәсәкбеҙ. Мәҡәләмде тамамлағанда яҡташыбыҙҙың ғаиләһе тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп китергә ниәтләйем.
Талантлы педагог 1978 йылда Сәлих ауылында Альфира менән Зиннәтулла Үмәрғәлиндар ғаиләһендә тыуған. Атаһы Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлап, Петровск ауылында баш инженер булып эшләй. Әсәһе Сәлих ауыл Советында төрлө эштәрҙе башҡара. Быйыл Зиннәтулла Арыҫланғәле улының мәрхүм булыуына – биш йыл. Әлеге мәлдә Альфира Тимерғәле ҡыҙы Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында донъя көтә. Ләлә Зиннәтулла ҡыҙы иптәше Вәкил менән ике ул тәрбиәләй: һигеҙ йәшлек Нурислам Перегонный мәктәбендә уҡыһа, 21 йәшлек Вадим – «Башнефть» компанияһы хеҙмәткәре. Вәкил ағай «Витязь» машиналар төҙөү компанияһында эшләп йөрөй.
- Белем биреү өлкәһе – өҙлөкһөҙ барған, тынғыһыҙ процесс. Уны яңы һулыш һәм ҡараш төрлөлөгө менән яңыртып, тулыландырып тороу мотлаҡ. Был өлкәлә арырға һәм күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай, киреһенсә, уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы дәртләндереү көсөнә эйә булырға тейешһең, – тип һүҙен йомғаҡлай 5-се мәктәп директоры Ләлә Шәрипова. – Уҡытыусылыҡ – иң боронғо, ҡатмарлы һәм шул уҡ ваҡытта яуаплы һөнәрҙәрҙең
береһе. Унһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай. Остазлыҡ һәләте барыһына ла бирелмәгән – ундай талантлы, сабыр һәм итәғәтле кешеләр айырым иғтибарға
лайыҡ. Үҙ хеҙмәткәрҙәремә еңел булмаған эштәрендә ҙур уңыштар теләп ҡалам.
Автор фотолары.