

Беҙҙең өсөн ул оло быуын кешеләрен, ветерандарыбыҙҙы хөрмәт итеү йолаларына, уларҙың бөгөнгө тормошобоҙға һәм ғорурланыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүен таныу. Оло быуын вәкилдәре тиҫтәләгән йылдар дауамында үҙҙәренең балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә һәм бүлә-бүләсәрҙәренә иң яҡшы ғаилә йолаларын һәм рухи ҡиммәттәрен өҙлөкһөҙ сылбырға берләштереп тапшыра.
Һеҙҙе Халыҡ-ара ололар көнө менән ихлас ҡотлайым! Ололарға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт бер генә тантаналы, байрам көнө түгел, ә һәр беребеҙ өсөн көндәлек бурыс булһын. Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Фотолар редакция архивынан