Мәғариф
27 Сентябрь 2022, 05:00

Кескәйҙәрҙә милли рух тәрбиәләй

27 сентябрь – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө

Кескәйҙәрҙә милли рух тәрбиәләйКескәйҙәрҙә милли рух тәрбиәләй
Кескәйҙәрҙә милли рух тәрбиәләй

Кешенең иң йылы хәтирәләре бала саҡ менән бәйле. Ул донъяны танып-белеү, беренсе асыштарға бай бәхетле һәм шатлыҡлы осор, барыһы ла яңы ғына башланған мәл.

Ата-әсәләр өсөн кескәйҙәрҙе улар менән уртаҡ тел таба, ҡыҙыҡһындыра, һәләттәрен үҫтерә белгән тәрбиәселәрҙең ҡаршы алыуы мөһим. Беҙҙең районда нәҡ шундай - балаларға күңел йылыһын биргән, уларҙы хәстәрлек менән солғаған тәрбиәселәр эшләй. 23-сө “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миләүшә Вәлиева ана шундайҙарҙан.

Миләүшә Шәрәфетдин ҡыҙы балаларҙың «икенсе әсәй» вазифаһын ышаныслы атҡара. Сабыйҙарға иғтибарлы, ата-әсәләргә ихтирамлы булғаны өсөн дә хеҙмәткәрҙәре
араһында ла абруй ҡаҙанған. Балаларҙы башҡорт рухлы, илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләүҙә, һис шикһеҙ, уның да өлөшө ҙур.

Миләүшә Вәлиева әйтеүенсә, эштә үҙ һөнәренең оҫтаһы булған тәрбиәсе, белемле педагог булыу ғына аҙ. Бала йәнле, бала күңелен аңлаған, иң мөһиме - үҙе лә әсә булған тәрбиәселәрҙе ысын мәғәнәһендә үҙ хеҙмәтенең оҫтаһы тиергә була. Сабый күңеле һиҙгер, нескә, һинең яратҡаныңды әллә ҡайҙан тойоп тора, шуға күрә был һөнәрҙе һайларға теләгән кеше өсөн иң мөһиме – бала яратыу. Тәрбиәсенең үҙенә лә тәрбиәле булыу мотлаҡ, ата-әсәләрҙе берҙәй күреп хөрмәт итә белһәң генә, был өлкәлә эшең уң буласаҡ. 1-се категориялы хеҙмәткәр балаларҙа башҡорт теленә һөйөү уятыу буйынса ҙур эштәр башҡара. Балалар менән берлектә төрлө ҡала, республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Еңеүҙәр ҙә байтаҡ.

- Балалар баҡсаһында бәләкәстәргә милли башҡорт кейемдәре, биҙәүестәре менән таныштырабыҙ, туған телдә йырҙар, шиғырҙар өйрәнәбеҙ. Тик шулай ҙа ата-әсәләрҙең балалары менән башҡортса аралашмауҙары күңелде ҡыра. Үҙ телебеҙҙе онотмаһаҡ ине. Беҙҙең балалар баҡсаһында Розалия Хурамшина етәкселегендә үҙ-ара татыу
коллектив эшләй. Барыһын да һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, - ти Миләүшә Шәрәфетдин ҡыҙы.

Вәлиевтар ике бала тәрбиәләй. Улдары Ирек һәм Фидан саф башҡортса һөйләшәләр. Ейән-ейәнсәрҙәре Рәхимйән менән Ләйлә - ҙур шатлыҡтары. Нәҡ бына Миләүшә апай кеүек үтә лә бала йәнле, хәстәрлекле, матурлыҡҡа ынтылыусы әсәләр генә ысын тәрбиәсе исеменә лайыҡ була алалыр ҙа!

 


Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас