Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Сентябрь 2022, 11:00

Яңы уҡыу йылы хәйерле булһын!

Ҡарайған башланғыс мәктәбенә беренсе класҡа быйыл дүрт уҡыусы барҙы. Руфина менән Рузанна Шәрәфетдиновалар ҙа тәү башлап белем донъяһының ишеген асты.

Яңы уҡыу йылы хәйерле булһын!
Яңы уҡыу йылы хәйерле булһын!

- Өлкән ҡыҙыбыҙ Сабина өсөнсө класта уҡый. Апаларынан ҡалышмайбыҙ, тип игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тиҙерәк парта артына ултырырға, уҡырға, яҙырға өйрәнергә, яңы дуҫтар менән танышырға теләне, - тип уртаҡлаша әсәйҙәре Лилиә.

Руфина менән Рузанна икенсе йыл инде Ишембайҙың сәнғәт мәктәбендә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Матур бейеүҙәр өйрәнеү, сәхнәлә сығыш яһау оҡшай уларға. Аҙнаһына ике тапҡыр Ҡарайғандан Ишембайға йөрөү ҙә ҡаршылыҡ булып тормай.

Әйткәндәй, Шәрәфетдиновтар ғаиләһендә тағы ла йәш ярымлыҡ Аиша үҫеп килә. Күп балалы йәш ғаилә Салауат ҡалаһынан Ҡарайғанға атай-әсәйҙәре – Минисара менән Рәхмәтулла Ждановтар эргәһенә йәшәргә ҡайтып, дәүләттән ярҙам рәүешендә бушлай бирелгән ер участкаһында үҙ йорттарын төҙөй. Ғаилә башлығы Илнур себер тарафында вахта ысулы менән иретеп йәбештереүсе булып эшләп йөрөй.

- Илгәҙәк ҡыҙҙарыма тырышып уҡыуҙарын, белем тауҙарына артылғанда ныҡыш, маҡсатлы булыуҙарын, уңыштары менән атай-әсәйҙәрен һөйөндөрөп тороуҙарын теләйем. Һәр кемдең оло тормош юлы белем усағынан башлана, ҡыңғыраулы мәктәп йылдары матур хәтирәләре менән күңелдә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырһын ине, яңы белемдәр менән байытһын, уҡыу йылы барыбыҙ өсөн дә тыныс, имен, һөҙөмтәле булһын, - тигән теләктә Ҡарайған мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Вәлиева.


Фото ғаилә архивынан.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: