

Янғын һүндереү бүлексәһе етәксеһе Айрат Кәримов һәм хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙы ихлас ҡаршы алып, улар менән янғын хәүефһеҙлеге буйынса фәһемле әңгәмә ҡорҙо. Янғын һүндереү машинаһын күрһәтеп, техник мөмкинселектәре менән таныштырҙылар. Балалар эш ҡорамалдарын тотоп ҡарап, янғын һүндереүсе һөнәре менән ҡыҙыҡһынды. Сикһеҙ ҡыуаныстар менән, дәрт алып ҡайтты был сәйәхәттән улар.
- Ут сыҡҡанда янғын һүндереүселәр иң беренсе булып килеп етеп ярҙам итә һәм янғындан ҡотҡара. Мин дә ҙур үҫкәс, янғын һүндереүселәр кеүек ҡыйыу, батыр булғым килә, - ти икенсе класс уҡысыһы Руслан Абдурахманов.
Әйткәндәй, мәктәп етәкселеге һәм коллективы уҡыусылар өсөн экскурсиялар ойоштороп тора. Йәйен мәктәпкә лагерға йөрөүсе балалар Көҙән ауылындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге музейҙы, Ишембайҙағы тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейын, Ағиҙел буйын, ҡала парктарын күреп ҡайтҡан. Балаларҙы бар яҡлап үҫешкән,
төплө белемле итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйып, Сәлих мәктәбендә уҡыу йылы дауамында төрлө экскурсиялар, осрашыуҙар ойошторорға уйлайҙар.