- Атайым 1942 йыл һуғышҡа китте. Уны бик төҫмөрләмәйем. Ә Мөхәррәм олатайым ауылда старшина булған. Умарталарының күплеген әле булһа хәтерләйем. Өләсәйем Мәрзиә исемле ине.
1-се класҡа 1945 йыл барҙым. Беренсе уҡытыусым Кәримә апа Фәйзуллина булды. Ҡайҙа унда дәфтәр-китап ти ул. Йә берәй китапҡа, йә гәзиткә яҙаһың. Бишөйлө урамы осонда быраулау келәте бар ине, бер саҡ уның аҫтынан ҡаҙып кереп, буш цемент тоҡтары алдыҡ. Уны ҡырҡып, тегеп дәфтәр йүнәтеп алдыҡ. Ә ҡараны инде ҡаҙан аҫтындағы ҡоромдо ҡырып алып, һыу менән бутап, ҡара һауытына һалып алып барабыҙ. Класс бүлмәһе – һыуыҡ. Куфайканы сисеү юҡ ул саҡта. Һауыттағы ҡара ла шығырҙап туңа. Мәктәпкә утынды әсәйҙәр, ҙурыраҡ мәктәп балалары әҙерләй ине. Моғайын, еткерә алмағандарҙыр...
Ә асығыуын – асыҡманым. Әсәйҙәр иртән иртүк теҙелешеп бесәнгә китәләр ҙә, кис тағы эркелешеп ҡайталар. Арыу юҡ уларҙа. Яурындарына бер көлтә бесән һалып алғандар. Әсәйем яңғыҙы ғына булһа ла һыйыр тотто, шуның менән ас итмәне. Уға бик рәхмәтлемен.
Атайым һуғышта һәләк булып ҡалды. Аталары әйләнеп ҡайтҡандарға еңелгәрәк тура килде, кейемдәре лә – етеш. Дүртенсене бөткәс, класс етәксебеҙ Рәхилә апа Фәхриева булды. Бик аҡыллы, итәғәтле уҡытыусы ине. Шаяра торғайныҡ беҙ, ныҡ шуҡ булдыҡ. 18 бала «А» класында уҡыныҡ. Ә «Б» класында ике Байыҡ, Кинйәбулат, Тирмән-Йылға, Ҡыҙыл Йондоҙҙан килеп, ятаҡта тороп уҡынылар. Маҡарҙа 10-сы класты бөткән йәш кенә уҡытыусы ҡыҙҙар уҡытырға килде. Тыңламағанбыҙҙыр инде – илашып бөтәләр ине. География дәресенән шаярышып сығып китәбеҙ ҙә уйнап туйып, кире кереп ултыра инек. Ул предметтан Ғәзиз ағай уҡытты. Хәйбуллин ағай директор ине.
Әлеге туплау урынында, ҡыҫҡа сағылда, Шакир ағай Баһаутдинов кирбес заводы төҙөттө. Унда аҡташты тирмәндә онтап, яндырып, ҡалыпҡа һалып гипсоблок
эшләнеләр.
Ул кирбестәр әле лә ҡайһы кешелә осрап ҡуйғылай. Аҙағыраҡ МТС-тан мазут менән эшләй торған двигатель килтерҙеләр. Әхмәҙи ағай Мираҫов моторист булып эшләне. Былар яйға һалынғас, оҙон сағылда сусҡа фермаһы төҙөтөргә булды Шакир ағай. Фундаментын эшләткәйне инде, нишләптер төҙөмәнеләр. Ундағы соҡорҙар шул нигеҙҙән ҡалған. Бишөйлө урамы ул ваҡытта гөрләп торған, ҙур үҙәк урам ине... Әлеге Ринат Ихсановтың өйө урынында ҡыҙыл кирбес етештерҙеләр. Малайҙар һыбай менеп, балсыҡ баҫалар ҙа уны тағы шулай ҡалыпҡа һалып киптереп, яндырып, мейескә ҡыҙыл кирбес эшләйҙәр. Нәжәр ағай кирбес эшләне шунда. Әлеге Батырҙар аллеяһы урынлашҡан урында май һығыу цехын астылар. Алтынтимер абзый Зәйнетдинов көнбағыш майын сығара ине. Ундағы «маслобойка»ны, үҙәкләштерәбеҙ, тип күсереп алып киттеләр. Шакир ағай мәктәптә биология, хеҙмәт дәрестәрен уҡыта башланы.
1952 йылда ете класты тамамлап, Этҡолға уҡырға киттем. Уны ташлап ҡайттым да колхозда эшләй башланым. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, класташым Риманы һоратып, ғаилә ҡороп ебәрҙем. Шундай уйға киләм... Кеше кем генә булып китмәһен – ябай эш кешеһеме, ҙур дәрәжәләге түрәме, ғалиммы – тормош тәжрибәһе мәктәптән башлана, ул кешенең шәхесен формалаштыра.
Әңгәмәләшсебеҙ Ғәлинур ағай Кәримов оло тормош юлын үткән, мәктәбебеҙҙең иң өлкән уҡыусыларынан. Уның мәктәп йылдары хәтирәләрен тыңлап, уҡытыусының кеше күңелендә ни тиклем тәрән эҙ ҡалдырғанына хәйран ҡалаһың. Иң тәрән, ғүмерлек маяҡ булырлыҡ, бер ҡасан да юйылмай торган эҙ.